+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2020, 18:01

Йылмаяйыҡ әле бер!

Йәйәүләп «своим ходом»

Элегерәк, бигерәк тә 80-се йылдар урталарында спектаклдәр менән театр Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә — «Химик», йә Машина төҙөүселәр Мәҙәниәт һарайҙарында сығыш яһай. Спектакль башланыуға күпмелер ваҡыт ҡалғас театр автобусы, артистарҙы туҡталыштарҙан юл буйлап йыйып, ултыртып ала. Бер мәл Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гүзәл Сәғитова спектаклгә үҙ яйы менән — «Өфө универмагы»нан ултырып йәмәғәт транспортында килгәндә башҡа артистар инде гримгә ултырған була.— Гүзәл, һин йәйәү килдеңме ни, юҡҡа һине «своим ходом» килә тимәгәндәр икән, — тигән була ти бер актриса. (Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сайтынан)
Читайте нас: