-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 15:23

Мәскәү башҡорттары яҡташ музыканттарға донъяның һанлы витриналарына урынлаштырыуҙы тәҡдим итә

Мәскәүҙә Башҡорт мәҙәни үҙәгенең яңы проекты башланды. Проекттың лозунгы — «Башҡорт музыкаһын — бөтә донъяға!».

Проект интернетта башҡорт музыкаһын популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Бөгөн донъяның бөтә һанлы витриналарында 50-нән ашыу башҡорт музыкаһы фонограммаһы бар (ITunes, Google Play, Яндекс.Музыка).
Башҡорт мәҙәни үҙәге нәшриәте башҡарыусылары араһында – Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, «Йатаған» этно-төркөмө, «ZAMAN» төркөмө кеүек популяр коллективтар.
Проектты ойоштороусыларҙың төп маҡсаты – башҡорт музыкаһын бар донъяға танытыу.
«Мин, музыкант булараҡ, тәүҙә йырҙы сифатлы итеп яҙҙырыу, һуңынан постпродакшн эшләү һәм аҙаҡ ҡына һанлы витриналарға урынлаштырыу (был да бушлай түгел) өсөн башҡарыусыға күпме аҡса кәрәк икәнен һәйбәт беләм. Беҙ башҡорт музыканттары өсөн тап һуңғы бурысты – һанлы витриналарға урынлаштырыуҙы хәл иттек. Беҙҙең хеҙмәт бөтә башҡарыусылар өсөн бөтөнләй бушлай!» — тине башҡорт музыканты, «ZAMAN» төркөмө лидеры һәм Башҡорт мәҙәни үҙәге директоры Радмир Мөфтәхин.
Читайте нас в