Максим Ульчев 1976 йылдың 12 февралендә Өфөлә тыуған. Өфө «Иҡтисадта мәғлүмәт системалары» белгеслеге буйынса дәүләт авиация техник университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1997 йылда Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан банкында иҡтисадсы булып башлай. 1998 йылда – «Башгазинвест» инвестиция компанияһында аналитик.
1998 – 2004 йылдарҙа – Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан банкында иҡтисадсы, төп иҡтисадсы, баш иҡтисадсы.
2004 – 2007 йылдарҙа – Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан банкында бүлек начальнигы.
2007 йылда – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең иҡтисади һәм социаль сәйәсәт идаралығы начальнигы урынбаҫары.
2007 – 2009 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры урынбаҫары.
2010 йылдан Максим Ульчев «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры була.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ведомствоның элекке етәксеһе Борис Мелкоедов икенсе эшкә күсте.
http://www.bashinform.ru/news/1452119-rukovoditelem-agentstva-po-pechati-i-smi-respubliki-bashkortostan-naznachen-maksim-ulchev/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығым