Конкурс ике этапта ойошторола. Районда – майҙан сентябргә тиклем. Ҡала этабы – 1 сентябрҙән 15 декабргә хәтлем. Район этабының һигеҙ еңеүсеһе ҡала этабына сыға. Махсус комиссия улар араһынан еңеүселәрҙе билдәләй. Йорт, ихата һәм подъезд, уларҙың төҙөклөгө, биҙәлеше, торлаҡ фондын техник файҙаланыу нормаларын үтәү, хеҙмәттәр өсөн бурыстың булмауы һәм башҡа параметрҙар баһалана.
Еңеүселәрҙе аҡсалата премия көтә, уны милекселәрҙең дөйөм йыйылышының ҡарары буйынса ихатаны, йортто, подъезды өҫтәмә төҙөкләндереү, шулай уҡ күп фатирлы йорт Советы рәйесен дәртләндереү өсөн тотонорға мөмкин (ләкин 10% артыҡ булмаҫҡа тейеш).
2019 йылда 51 ихата, 49 йорт һәм 49 подъезд «Өлгөлө йорт, ихата, подъезд» конкурсында ҡатнашырға ғариза биргәйне.
http://www.bashinform.ru/news/1450390-v-ufe-startuet-konkurs-obraztsovyy-dvor-dom-podezd-/