+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 14:04

Азамат Илшаттың ҡолағына нимә тигән?

Тормош юлым һәр төрлө ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та мажараларға бай булды.

Тормош юлым һәр төрлө ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та мажараларға бай булды. «Сәнғәт донъяһында Илшаттың мажаралары» тигән тотош китап яҙмалы. Ул хәлдәргә ҡатнашлығы булған бар сәнғәт кешеләренән йыйып алһаң, бер нисә томлыҡ китап булыр ине.
Бик йыш ҡабатланып, һәр саҡ хәтерҙә тороп, йылмайырға мәжбүр иткән хәлдәр Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров менән бәйле. Азамат үҙенең тәбиғәте буйынса бик шуҡ кеше. Уның шаянлығын барыһы ла яҡшы беләлер, тип уйлайым. Сибайҙа эшләгән дәүерҙә гастролдәргә күп йөрөнөк. Сәхнәлә мин һәр ваҡыт, музыкант булараҡ, эргәһендә торам, ситкә китеп булмай. Бик етди драматик йырҙар йырлағанда, оҙонораҡ проигрыш уйнаған ваҡытымда, ул, йырламай торған мәле менән файҙаланып, минең эргәгә килә лә, миңә берәй нимә тип төрттөрөп, эс ҡатырғыс берәй мәҙәк йә анекдот һөйләп китеп өлгөрә. Унан бер ни булмағандай етди итеп йырын дауам итеп алып китә. Ә мин торам, шарҡылдап көлөп ебәрмәҫ өсөн нисек тыйылырға белмәй, халыҡҡа сәхнәнән тура ҡарап. Ней сығып китеп булмай, ней көлөп булмай – йырҙың аҙағына тиклем, көлкө килеүҙән шартлай яҙып ҡыҙарынып-бүртенеп.
Читайте нас: