Кейәүҙәр һәм кәләштәр яңы коронавирус пандемияһынан ҡурҡып тормаған, битлек һәм бирсәткә кейеп, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә үҙҙәренең тәүге ғаилә документын алырға килгән.
«Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн ЗАГС бүлексәләрендә сикләү саралары күрелгән, никахтар ҡунаҡтарһыҙ теркәлә. Бөгөн бөтә бәхетле парҙарға «Беҙ Халыҡ-ара ғаилә көнөндә өйләнештек» тигән ҡотлау открыткалары тапшырылды», — тип хәбәр иттеләр республика Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
http://www.bashinform.ru/news/1450741-v-mezhdunarodnyy-den-semi-v-bashkirii-pozhenilis-26-par/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: Халыҡ-ара ғаилә көнө, туй, никах