-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 13:48

Өфө сентябрҙә 1,2 миллион һумға Бөйөк Ватан һуғышы фестивален үткәрергә йыйына

Хәрби һәм ретротехниканы күрһәтеү, ялан кухняһы, спорт зоналары, тактик һәм атыу ҡоралдары күргәҙмәһе, йыр һәм бейеү коллективтары ҡатнашлығында концерт.

Хәрби һәм ретротехниканы күрһәтеү, ялан кухняһы, спорт зоналары, тактик һәм атыу ҡоралдары күргәҙмәһе, йыр һәм бейеү коллективтары ҡатнашлығында концерт. Өфө сентябрҙә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған фестиваль уҙғарырға йыйына. Баш ҡаланың Йәштәр эштәре буйынса комитеты 1,2 миллион һумға һатып алыу урынлаштырған да инде.
Күңел асыу һәм тарихи өлөштән тыш, аукцион еңеүсеһе биобәҙрәфтәр зонаһын ойошторорға һәм фестивалдә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итергә бурыслы.
Бынан алда «Башинформ» 9 майҙа коронавирус эпидемияһына һәм сикләү сараларына бәйле Еңеү көнө уңайынан тантаналарҙың тамашасыһыҙ үтеүе тураһында хәбәр иткәйне.
http://www.bashinform.ru/news/1449915-ufa-za-1-2-mln-rubley-planiruet-provesti-festival-velikoy-otechestvennoy-voyny-v-sentyabre/
Читайте нас в