+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 19:09

Башопера «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһының 1963 йылғы үҙенсәлекле яҙмаһын күрһәтә

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры «Театр архивы» проектын дауам итә.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры «Театр архивы» проектын дауам итә. 14 майҙа 1963 йылғы үҙенсәлекле яҙма – Заһир Исмәғилевтың Баязит Бикбай либреттоһына «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы күрһәтелә.
Спектаклдә башҡорт сәхнәһе оҫталары ҡатнаша. Уны мәшһүр артист Мәғәфүр Хисмәтуллин ҡуйған, төп ролде – Яппарҙы ла ул башҡара. Наза — Нажиә Аллаярова, Басир — Нәзир Әбдиев, Шәмсиә — Зәйтүнә Ғәзизова, Ильяс — Салауат Закиров, Мәхмүзә — Сания Хәйруллина, Мөхәмәтша — Марат Хисмәтуллин.
Музыкаль етәксе һәм ҡуйыусы дирижер – Ғәйнетдин Моталов, ҡуйыусы рәссам – Мөхәмәт Арыҫланов, хормейстер – Ләйлә Исхаҡова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һәр кесаҙна киске сәғәт 7-лә театрҙың YouTube-каналында спектаклдәр, Башҡортостан сәнғәт оҫталарының ижад, юбилей кисәләрен ҡарарға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1450194-bashopera-pokazhet-unikalnuyu-zapis-muzykalnoy-komedii-kodasa-1963-goda/
Читайте нас: