Салауат дәүләт башҡорт драма театрының ҡаҙаҡ драматургы Олжас Жанайдаровтың пьесаһы буйынса, театрҙың баш режиссеры, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған «Бер, ике, өс» («Беруши») спектакле «Артмиграция» йәш режиссура фестиваленә үткән.
Фестивалдең төп программаһына Рәсәй театрҙарының һигеҙ спектакле ингән. Унда ҡатнашырға Мәскәү йәки Санкт-Петербург юғары театр уҡыу йортоноң режиссура факультетын тамамлаған Рәсәй төбәктәре театрҙары һәм театр коллективтарының йәш режиссерҙары саҡырылған. Уларҙың репертуарында премьераһы 2018-2019 йылдарҙа үткән спектаклдәр булырға тейеш.