-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 00:39

Мостай Кәрим буйынса «Өс таған» фильмының русса трейлеры сыҡты

Бөгөн интернетта «Өс таған» яңы нәфис фильмының русса трейлеры сыҡты. Совет әҙәбиәте классигы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Өс таған» повесын режиссер Айнур Асҡаров экранлаштырҙы.

Фильм премьера алдынан уҙған йылда Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейы көндәрендә күрһәтелде. Уны 2020 йылдың 27 авгусында экранға сығарыу күҙаллана.
Фильмдың төп геройҙары – дүрт малай. «Тимур һәм уның командаһы» фильмы менән илһамланған ауыл малайҙары Кирәмәт тауы башындағы күлдә балыҡ үрсетеү һәм шул рәүешле тауҙы ҡотҡарып ҡалыу өсөн «Өс таған» отрядын ойоштора. Бейек тауға менеүе бик ауыр, ләкин отряд ағзаларының дуҫлығы, ихтыяр көсө һәм характерҙары тағы ла ҡатмарлыраҡ һынауҙарға дусар була.
Читайте нас в