+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2020, 15:21

Башҡортостанда шайморатовсылар исемлеге баҫыла башланы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Шайморатов вариҫтары” проектына ярашлы, легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы сафында алышҡан…

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Шайморатов вариҫтары” проектына ярашлы, легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы сафында алышҡан яҡташтарыбыҙ тураһында мәғлүмәт тупланды. Йәмәғәт ойошмаһының социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә көн һайын исемлек баҫылып сыға. Башҡортостан Милли архивы етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Азат Ярмуллин яугирҙар исемлеген өйрәнеү өсөн интернетта Бөйөк Ватан һуғышы тарихына бәйле сайттарҙы ҡарап сығырға кәңәш итә.
Әле атлылар исемлегенә 3 мең 800-ҙән ашыу кеше индерелгән. Ул тулылана бара. Халыҡҡа анкетаны тултырып яугир тураһында мәғлүмәт ебәрәргә кәрәк.
Читайте нас: