-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 10:15

Башҡортостанда Еңеү көнөн билдәләгәндә ниндәй хәүефһеҙлек сараларын үтәргә кәрәклеген хәбәр иттеләр

Барлыҡ үҙенсәлектәр хаҡында республика башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев һөйләне

Башҡортостанда хөкүмәт кәңәшмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуҙың 75 йыллығына арналған Еңеү көнөн байрам иткәндә ниндәй хәүефһеҙлек сараларын үтәргә кәрәклеген иғлан иттеләр.
Барлыҡ үҙенсәлектәр хаҡында республика башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев һөйләне:
— сәскәләр һалғанда ҡатнашыусылар араһында 2 метрҙан ашыуыраҡ социаль дистанция һаҡланырға тейеш;
— өлкән класс уҡыусыларын һәм студенттарҙы почетлы ҡарауылға баҫтырырға тәҡдим ителмәй;
— байрам салюттарын халыҡ ҡатнашлығынан тыш үткәрергә;
— акцияла ҡатнашыусыларҙы шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин итергә;
— ветерандарҙы сараларҙа ҡатнаштырмаҫҡа;
— ветерандарҙы ҡотлағанда социаль дистанцияны һаҡларға;
— бүләк йыйылмаһын йәки ҡотлау открыткаһын тапшырғанда туранан-тура бәйләнешкә инмәҫкә.
Муниципалитет башлыҡтарын ошо хәүефһеҙлек сараларын мотлаҡ үтәүҙәрен һоранылар.
http://www.bashinform.ru/news/1447559-v-bashkirii-obyavili-kakie-usloviya-neobkhodimo-soblyudat-pri-prazdnovanii-dnya-pobedy/
Читайте нас в