-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 21:46

Ил ниндәй берҙәм булған!..

Ил инәһе Гөлли Мөбәрәкова: «Эйе. Һуғышҡа китеүселәрҙе концерттар менән оҙатып ҡала инеләр. Кем нисек булдыра алды, шулай ярҙам итте инде. Хатта беҙ ҙә балалар баҡсаһында махорка өсөн бәләкәй генә моҡсайҙар тегә инек. Өләсәйҙәр ойоҡбаш, бирсәткә бәйләне... Тағы ла шундай күренеш хәтеремә уйылып ҡалған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында театрға яралыларҙың ҡанлы кейемдәрен килтерәләр ине».

«Драма актрисалары, опера йырсылары, балериналар спектаклдән һуң ҡалып, театр бинаһының подвалында ана шул ҡанлы гимнастерка, шинелдәрҙе йыуыуы иҫемдә. Ҙур ҡалай тастарға ҡайнар һыу ағыҙып, шыйыҡ һабын менән илаша-илаша әлеге кейемдәрҙе ҡандан ышҡып таҙарталар. Уларҙы йыуып сайҡағас, улаҡтан күпереп ҡанлы һыу ағып киткәне, танауға ниндәйҙер әскелтем, уҡшытҡыс еҫ килеп бәрелгәне әле лә күҙ алдында... Бер яҡтан, мин бәхетле булғанмын: атайым кеүек данлыҡлы кешеләрҙе һуғышҡа алмағандар. Улар тылда нығыраҡ кәрәк булған...
Әммә атайым һуғышҡа китергә тип уҡталып-уҡталып ҡараған. Уның махсус делегация менән фронтҡа барыуы, шунда шағир Рәшит Ниғмәти менән икәүләп генерал Шайморатовтан һуғышҡа алыуҙары хаҡында үтенеүҙәрен атайым хаҡындағы китапҡа мәғлүмәт туплағанда дивизияның политругы үҙе хәбәр итте. Генерал Шайморатов менән бергә төшкән фотоһы ла һаҡланған уның. Тик уларҙы һуғышҡа алмағандар. Сөнки Рәшит ағай үпкә сире менән яфаланған. Ә атайыма Шайморатов: «Арыҫлан, беҙ фашисты үҙебеҙ ҙә дөмөктөрөрбөҙ, һеҙ тылда нығыраҡ кәрәк, теартҙы, халыҡ рухын һаҡлағыҙ», – тип указ биргән. Атайым дивизияла булып ҡайтҡандан һуң беҙ йәшәгән фатирға күмәк халыҡ йыйылып, уның фронттағы хәлдәр тураһында нәфрәтләнеп һөйләгәне, бәреп төшөрөлгән немец самолетының өлөштәрен күрһәтеүе һәм беҙҙең уларға сирҡанып ҡарағаныбыҙ хәтеремдә ҡалған. Ул йылдарҙа кешеләр бер йән булып йәшәне. Партия тип яндылар, намыҫ тойғоһо көслө ине. Етәкселәрҙә башҡаларға тигән өлөштө үҙеңә алыу тигән нәмә булманы. Артистарҙың береһендә лә ашарға ризыҡ юҡ. Берәйһе тәғәм ризыҡ ҡаптырмаҫмы тип, балаларын да үҙҙәре менән гастролдәргә ала торғайнылар. Унда нимә генә ашатһындар инде! Аслы-туҡлы йөрөп ҡайта инек. Хәҙер шуныһына хайран ҡалам. Кеше ҡара ҡағыҙ алғанда ла, үҙ ҡайғыһы менән яңғыҙ ҡалмай, спектаклгә килер ине. Залда шығырым тулы халыҡ йыйыла. Берләштерә, ҡайғыларҙы тарата торған көскә эйә булғандыр, күрәһең, театр. Артистарҙа ла, мин ас бит әле, тип илке-һалҡы уйнау юҡ. Тамаҡ хаҡына ғына йөрөгәндәр бит инде үҙҙәре. Рәхмәт йөҙөнән колхоздан шунда әҙ генә ярма йә картуф биргәндәр. Шуны атайым услап һәр бер артисҡа өләшеп сыҡҡан. «Үҙебеҙгә ҡалмаған осраҡтар ҙа йыш булғас, һуң беҙ эшләмәйбеҙме ни, тип асыуланып та ала инем», – тип хәтерләне әсәйем. Ә атайым күп һөйләп тормаған. «Шым!» тип бер генә һүҙ менән тыйыр булған.
«Атайың оторо ғорур булды, бер ваҡытта ла ваҡланманы. Баҙарға ит алырға сыҡҡанда, мин әҙ генә хаҡын төшөрөүҙәрен һораһам, кит әле, ниңә юҡ менән булаһың, күпме тейеш, шунса түлә, тип ҡаты ғына әйтеп ҡуя торғайны», – тип тә иҫкә ала ине әсәйем.
Советтар Союзының төрлө осоро булды инде. Муллыҡта ла йәшәнек. Юҡлыҡты ла күп күрҙек. Ниндәй генә боролоштар күҙәтелмәне. Халыҡ бөтәһен дә күтәрҙе, бөтәһен дә кисерҙе. Һәммәһенә лә түҙҙе...»
Гөлшат Ҡаһарманова
Читайте нас в