+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 22:38

Артистар - фронтҡа

“Бөтәһе лә фронт өсөн! Бөтәһе лә еңеү өсөн!”

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры “Бөтәһе лә фронт өсөн! Бөтәһе лә еңеү өсөн!” девизы аҫтында йәшәй. Һуғыш йылдарында театрҙың художество етәкселәре В.С.Витт (1941й.) һәм В.Ф.Ғәлимов (1942-1945йй.) була. С.Ағиш, Ғ.Ғүмәров, Б.Бикбай, Х.Ибраһимов, С.Кулибай, Ғ.Шамуҡов һәм башҡа авторҙарҙың бер актлы пьесалары ҡуйыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрәкәттәге армияға Өфө театрҙары һәм филармония артистарынан торған 17 бригада ебәрелә. Улар 1789 тапҡыр сығыш яһай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының артистары һәм хеҙмәткәрҙәре: Назар Абдрахманов, Ғәлимйән Баязитов, Хәмәҙи Ғилманов, Виктор Зубков, Һаҙый Исламғолов, Ислам Ҡотлояров, Сабит Сабиров, Әхмәт Садиҡов, Сәғит Солтанов, Йәһүҙә Сәйфуллин, Сәғит Мифтахов, Сабирйән Мөхәмәтйәнов, Абдулла Мәсәғүтов, Мөхәммәт Туҡтамышев, Мөхәммәт Фазылов, Әсләм Чанышев, Ғәлиәстан Шәмсетдинов.
Читайте нас: