+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Май 2020, 11:00

Рәхмәт һеҙгә, ЕҢЕҮ өсөн!

#АтайФронтовик #АтайХәтер #75Победа #75словПобеды #ПамятьНашейПобеды #Помним #АтайФронтовик #АтайХәтер #победа75 #Фотовыставка #солдаты победы ##ВеликаяПобеда #ЛилиәҺаҡмар #ЛилияСакмар Минең атайым, ЗӘЙНУЛЛА ШӘРИФУЛЛА УЛЫ ҠӘЙЕПОВ (1920-1991), Башҡортостандың хәҙерге Баймаҡ районы #Ислам ауылында тыуған. #БөйөкВатанҺуғышы башланмаҫ борон уҡ, 1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафтарына хеҙмәткә алына. Әммә һуғыш башланғас та уны фронтҡа ебәрмәйҙәр: йәш сержант, #коммунист, политмәктәп курсантына яңы хеҙмәткә килгән йәш һалдаттар менән шөғөлләнеү бурысын йөкмәтәләр. 1943 йылдың ғинуарында фронтҡа китә ул. Үҙәк #фронтҡа эләгә. #Брест һәм башҡа ҡала, ауылдарҙы илбаҫарҙарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Ә инде Еңеү яҙына ҡәҙәр Беренсе Белорусия фронтында һуғыша. Бәйләнеш булдырыусы 153-сө айырым линейный батальонда отделение, взвод командиры, замполит, һуңынан батальон парторгы була. Һуғыш тамамланғас та тиҙ генә ҡайтармайҙар тырыш һалдатты: Алыҫ Көнсығышта дауам иткән алыштарға юллайҙар. Шулай итеп атайымдың #ҠыҙылАрмия сафындағы хәрби хеҙмәте 7 йылға һуҙыла һәм ул тыуған яҡтарына 1946 йылдың аҙағында, запастағы лейтенант булып, ҡайта.Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн 3-сө дәрәжә #ДанОрдены, 2-се дәрәжә #ВатанһуғышыОрдены, һәр бер азат ителгән ҡала исемендәге һәм башҡа әллә күпме миҙалдар менән бүләкләнә. Белемле фронтовикты #Баймаҡ район мәғариф бүлегенән Ишберҙе (рудник) ауылына мәктәп директоры итеп ебәрәләр. Рудник ябылғас, ауыл да бөтә. Зәйнулла Ҡәйеповты #Йомаш урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. (Коммунистар Партияһы заманында коммунистар китаптарҙа яҙылғанса –“партия ҡайҙа ҡуша, шунда” барҙылар!) Йомаш урта мәктәбендә ул егерме йыл директор, аҙаҡ хаҡлы ялға сыҡҡанса завуч, тарих уҡытыусыһы булып эшләй. Магнитогорск уҡытыусылар институтында юғары белем ала. “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеме бирелә. Ауылдың һәм райондың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәре шул хаҡта һөйләй.Ауылдаштары ихтирам итәләр уны. Минең дә хәтеремдә: көн һайын тиерлек бер кеше өйгә, атайыма, кәңәшкә килер ине. Улар ниндәйҙер ҡағыҙҙар тултыра, китап өйрәнәләр, атайым уларға кәңәштәр бирә торғайны. Баҡһаң улар төрлө ойошмаларға теге йәки был ҡағыҙҙы нисек итеп тултырып алып барырға, ғариза һәм башҡа һорауҙарын дөрөҫ итеп яҙҙыртып алыу өсөн килгән икән. Әле генә аңлайым, атайымды ауылда яратып “ауылдың Брежневы” тигәндәрен. (Ул саҡта Л.И.Брежнев илгә хужа ине).Мәшәҡәтле, ауыр мәктәп эшенән тыш атайым бал ҡорто тәрбиәләргә, скрипкала уйнарға, һунарға йөрөргә, фото төшөрөргә һәм эшләргә, кәртә тулы мал-тыуарға ҡул менән бесән сабырға ла өлгөрә ине. Ә һуғышта алған яралар, көндәр буйына һалҡын #Белорусия һаҙлыҡтарында ятыуҙар эҙһеҙ үтмәй – быуындары һыҙлай, йөрәк-ҡан тамырҙары зарарлана. Ауыртыныу, һыҙланыуҙарын, хатта беҙгә, балаларға ла бик һиҙҙермәй йәшәне ул. Әсәйем, Райхана Нурғәлеева, #Әбйәлил районы Хәлил ауылынан. Атайым менән беҙҙе – алты баланы – яҡшы тәрбиә биреп, тәртипле итеп үҫтерҙеләр. Дүртебеҙгә юғары белем алыуға булыштылар. Ҡулыбыҙҙан #китап төшмәне. Өлкән ағайым, #Яхъя Ҡәйепов, бөгөнгө көндә ғалим-агроном, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, ауыл хужалығы фәндәре докторы, Мал аҙығы етештереү һәм ер эшкәртеү фәнни-тикшеренеү институтының #Урал аръяғы филиалының өлкән ғилми хеҙмәткәре. #Сибай ҡалаһында йәшәй.#Атайым беҙҙе үҙенең миҫалында Тыуған илде яратырға, уға хеҙмәт итергә, кешеләргә гел изгелек ҡылырға, тәртипле, намыҫлы, тырыш булырға өйәртте. Ул үҙе өсөн генә түгел, яу ҡырында, үҙенең күҙ алдында ятып ҡалған дуҫ-иштәре өсөн дә йәшәгән кеүек тойола ине миңә. Сөнки шул тиклем тормошҡа ғашиҡ булып, барыһына ла өлгөрөп йәшәү өсөн оло ҡаһарманлыҡ кәрәк! Беҙ ҙә үҙебеҙҙең атайҙарыбыҙ, олатайҙарыбыҙҙың эшләнмәй ҡалған эштәрен. Уларҙың йәшәлмәгән ғүмерҙәрен дауам итә алабыҙ. Нисекме? Эйе. Әгәр ҙә уларҙың ҡаһарман, дан тормошо тураһында ул-ҡыҙҙарыбыҙ, ейәндәребеҙгә һөйләһәк, уларҙы онотмаһаҡ! Рәхмәт һиңә, атай, Еңеү өсөн, беҙ йәшәгән яҡты ил өсөн!Наградной лист. (өҙөк ): Яҙылыу ваҡыты: 3 сентябрь 1944 йыл. Интернет сайфаларынан белдем: ошо “Наградной лист”а телгә алынған ауылдарҙың барыһы ла бөгөнгө #Польша биләмәһендә урынлашҡан. Тап шул мәлдә немецтарҙың, йыртҡыстарса һуғыш алымдары менән билдәле булған, “Мертвая голова” тигән СС дивизияһы хәрби операциялар алып барған була.

Читайте нас: