2020 йылда Башҡортостанда күренекле башҡорт йырсыһы, композитор һәм башҡорт профессиональ музыка сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған юбилей саралары уҙғарыла.
2020 йылдың 29 апрелендә республика башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Ғәзиз Сәлих улы Әлмөхәмәтов (1895—1938) — башҡорт йырсыһы һәм композитор, йәмәғәт эшмәкәре. Йырсыларҙан беренсе булып «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булған. Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең тәүге быуынының иң сағыу вәкилдәренең береһе. Үҙен һәләтле ойоштороусы һәм йәмәғәт эшмәкәре итеп танытҡан. Башҡорт һәм татар профессиональ музыкаһы үҫешенә күп көс һалған.
http://www.bashinform.ru/news/1446085-v-bashkortostane-otmetyat-125-letie-kompozitora-i-obshchestvennogo-deyatelya-gaziza-almukhametova/