Был һан уҙған йылдың ошо осоронда теркәлгәндән бер ни тиклем аҙыраҡ, тип хәбәр итәләр, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең республика идаралығынан. Талпандар лабораторияларҙа тикшерелә, әлегә Башҡортостанда хәүефле инфекция йоҡтороусылар теркәлмәгән.Башҡортостанда шулай уҡ сысҡан биҙгәге миҙгеле башлана. Май айынан октябрь баштарына тиклем инфекция йоҡтороу хәүефе ҙур, ти белгестәр.