«Сәнәғәтебеҙгә, «Башфармация»ға, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, хөкүмәткә өс көн ваҡыт бирәм, 4 майҙа республикала битлек режимы индерелә. Йәғни йәмәғәт урындарында битлек кейеп йөрөү мотлаҡ. Ни өсөн ҡарар 4 майҙан ҡабул ителде? Сөнки мин халыҡҡа ошо битлектәрҙе тыныс ҡына һатып алыу мөмкинлеген бирергә теләйем, кемдер тегер, кемгәлер беҙ ирекмәндәр аша тапшырырбыҙ, ундай мөмкинлегебеҙ бар, — тине республика етәксеһе. — Бөгөн 150 мең битлек сығарған Сәнәғәт министрлығын дауаханаларыбыҙҙы битлектәр менән тәьмин итеү кәрәклеге балансын һаҡлауҙы һорайым, ләкин битлектәр һатыуҙа булырға тейеш».