-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель 2020, 02:12

Синоптиктар Башҡортостанда май байрамдарына һауа торошо тураһында хәбәр итте

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, республикала апрель аҙағы тотороҡһоҙ була.

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, республикала апрель аҙағы тотороҡһоҙ була. Ямғыр, урыны менән йәшенле ямғыр, көслө ел көтөлә. Көньяҡ райондарҙа яуым-төшөмһөҙ. Һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә +1,+6, көндөҙ +8,+13 градустан +10,+15-кә, республиканың көньяғында +20 градусҡаса күтәрелә.
Май байрамдарына яҡынса фаразға ҡарағанда, Башҡортостан биләмәһе юғары баҫым тәьҫирендә ҡала. Яуым-төшөм ихтималлығы түбән. Көньяҡ киңлектәрҙән йылы һауа массаһы тарала. Һауа температураһы көндөҙгө сәғәттәрҙә +16,+22 градусҡа тиклем күтәрелә.
http://www.bashinform.ru/news/1445018-sinoptiki-soobshchili-o-pogode-na-mayskie-prazdniki-v-bashkirii-/
Читайте нас в