+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 16:28

Республикала уртаса хеҙмәт хаҡы аталды

Ағымдағы йылдың ғинуар-февралендә Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы 35 538 һумдан артты.

Ағымдағы йылдың ғинуар-февралендә Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы 35 538 һумдан артты. Был 2019 йылдың ғинуар-февраленә ҡарағанда 8,1 процентҡа күберәк, тип белдерҙе республика статистиктары.
Әйтәйек, быйыл ғинуарҙа Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы 35 783 һум тәшкил итһә, февралдә ул 35 570 һумға тиклем кәмене.
Иҡтисад тармаҡтары араһында иң юғары эш хаҡы, ғәҙәттәгесә, кокс һәм нефть продукттары етештереү менән мәшғүлдәрҙә – быйыл ғинуар-февраль айҙарында уртаса 75 985 һум. Был бер йыл элеккегә ҡарағанда 20,7 процентҡа күберәк.
Башҡортостанда иң түбән хеҙмәт хаҡы йыһаз эшләүселәрҙә — 13 821 һум. Был уҙған йылдың ғинуар-февраленә ҡарағанда 9,8 процентҡа аҙыраҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1444649-v-bashkirii-nazvali-srednyuyu-zarplatu/
Галина Бахшиева
Читайте нас: