-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2020, 22:04

Өфөнөң «Мираҫ» ансамбле Донъяның традицион бейеүҙәре онлайн-фестивалендә ҡатнаша

Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Халыҡ-ара бейеү көнөнә бағышланған «Карнавал туры» донъяның традицион бейеүҙәре онлайн-фестивалендә ҡатнаша.

Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Халыҡ-ара бейеү көнөнә бағышланған «Карнавал туры» донъяның традицион бейеүҙәре онлайн-фестивалендә ҡатнаша. 29 апрелдән башлап аҙна буйына тамашасыларҙың социаль селтәрҙәр аша төрлө илдәрҙең мәҙәниәттәре менән танышыу мөмкинлеге бар.
«Orkéseos» бейеү компанияһы (Колумбия) һәм «Cultures Croisées in Île de France» (Франция)» фестиваленең башланғысы беҙгә шундай мөмкинлек бирҙе», — тип хәбәр итте ансамблдең матбуғат хеҙмәте.
Программала:
Малайзия (Hands Percussion Malaysia)
Мексика (Ballet Folklorico of the University of Colima)
Франция (La Capouliero)
Рәсәй/ Башҡортостан (Miras Song and Dance Ensemble)
Көньяҡ Африка (Matsamo Cultural Group)
Испания (Company Ruben Molina)
Көньяҡ Корея (Sung Jaehyung Korean Dance Company).
http://www.bashinform.ru/news/1444449-ufimskiy-ansambl-miras-primet-uchastie-v-i-onlayn-festivale-traditsionnykh-tantsev-mira/
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в