+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2020, 14:11

Башҡортостандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев Ғ.Туҡай исемендәге премияға лайыҡ булған

Татарстанда 2020 йылдың Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаттары билдәле булды.

Татарстанда 2020 йылдың Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаттары билдәле булды.
Ғ.Туҡай исемендәге премия лауреаттарының береһе – Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Иҙрис Ғәзиев. Билдәле артист татар композиторҙары һәм халыҡ йырҙарынан торған әҫәрҙәре өсөн был премияға лайыҡ булған.
«Татар-информ» хәбәр итеүенсә, быйыл Татарстандың төп дәүләт премияһына 12 кандидат сығарылған. Шулай уҡ Лирон Хәмиҙуллин («Дәрдмәнд», «Буранлы төндә» («В метельную ночь»), «Зарницы на горизонте» китаптары өсөн), Денис Осокин («Огородные пугала с ноября по март» йыйынтығы өсөн), Резеда Әхиәрованың «Сөйөмбикә» опера ижади коллективы – Ренат Салауатов, Юрий Александров, Виктор Герасименко һәм Гөлнара Гатина лауреат исеме алған.
Читайте нас: