+16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2020, 15:47

Башҡортостанда – «Еңеү вальсы»

Башҡортостанда Еңеүҙең 75 йыллығын бик үҙенсәлекле итеп үткәрмәкселәр.

Башҡортостанда Еңеүҙең 75 йыллығын бик үҙенсәлекле итеп үткәрмәкселәр. 27 апрелдә республикала «Еңеү вальсы» тигән бик матур акция башланды.
«Һуғыш йылдарында был бейеүҙе беҙҙең олатай, өләсәйҙәребеҙ башҡарған. Быйыл акцияла өйҙән сыҡмай ғына туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ менән ҡатнашырға була», – ти йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.
Теләүселәр 7 майға тиклем вальс бейеүен видеоға төшөрөп, #Еңеү вальсыБашҡортостан #ВальсПобедыБашкортостан хештегы менән социаль селтәрҙәрҙә урынлаштыра ала. Эстафетаны башҡа кешегә тапшырырға кәрәк.
«Профессиональ бейеү талап ителмәй, иң мөһиме – яҡшы кәйеф һәм атмосфера. Һөҙөмтәләр буйынса иң яҡшы видеолар «Май вальсы» («Майский вальс») йыры аҫтында дөйөм роликка тупланасаҡ һәм социаль селтәрҙәрҙә һәм телевидениела күрһәтеләсәк», – тине Р.Хәбибов.
Читайте нас в