+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2020, 13:44

Бәләкәй ҡыҙ Голливудта ҙур роль алыуға өлгәште

Барыһы ла яратып өлгөргән “Һеңлекәш” фильмында Оксана ролен башҡарған Марта Тимофееваның бәләкәйҙән Рәсәй йондоҙо икәнен беләбеҙ. Баҡтиһәң, ул хәҙер Голливуд менән дә килешеү төҙөгән.

Барыһы ла яратып өлгөргән “Һеңлекәш” фильмында Оксана ролен башҡарған Марта Тимофееваның бәләкәйҙән Рәсәй йондоҙо икәнен беләбеҙ. Баҡтиһәң, ул хәҙер Голливуд менән дә килешеү төҙөгән.Барыһы ла яратып өлгөргән “Һеңлекәш” фильмында Оксана ролен башҡарған Марта Тимофееваның бәләкәйҙән Рәсәй йондоҙо икәнен беләбеҙ. Баҡтиһәң, ул хәҙер Голливуд менән дә килешеү төҙөгән.Барыһы ла яратып өлгөргән “Һеңлекәш” фильмында Оксана ролен башҡарған Марта Тимофееваның бәләкәйҙән Рәсәй йондоҙо икәнен беләбеҙ. Баҡтиһәң, ул хәҙер Голливуд менән дә килешеү төҙөгән.
Бәләкәй ҡыҙ Голливудта ҙур роль алыуға өлгәште! Биш һайлап алыу туры, Лос-Анджелес ҡалаһындағы Fox киностудияһында уйнап ҡарауҙар, һәм “ХХ century studios” төшөрәсәк “Тайное общество Мистера Бенекдита” балалар сериалында төп ролдәрҙең береһе. Пандемия булмаһа, әлеге көндә кино төшөрөү күптән башланған булыр ине”, – тип хәбәр ителә Мартаның Instagram селтәрендәге сәхифәһендә.
Трентон Ли Стюарттың ошо уҡ исемле китабы буйынса төшөрөлгән “Тайное общество Мистера Бенекдита” мажаралы драмаһында ғәжәйеп һәләттәре булған дүрт етем бала хаҡында һүҙ бара. Улар ниндәйҙер серле хакимдың ҡушыуы буйынса ҡара көстө еңеү өсөн оҙон юлға сыға. Дүрт төп геройҙың берәүһен Марта Тимофеева башҡарасаҡ.
Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәрендәге Оксана образын кино донъяһында тергеҙеүгә өлгәшкән, фильмға төшөү ваҡытында башҡорт телен өйрәнгән йәш актрисаның ҙур уңыштары - беҙҙең өсөн дә ҡыуаныс.
Читайте нас: