+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Апрель 2020, 00:53

Үрнәк алайыҡ!

Афарин, өйҙә тик ултырмай дуҫтарыбыҙ, "Тамаша"ға яҙыла, шиғыр ижад итеп ебәрә. Шәп яҙылған, уҡып ҡарағыҙ!

Тажлывирус һәр бер телдә,
Тажлывирус һәр бер илдә.
Күҙгә лә күренмәгән вирус,
Бар донъяны теҙләндерә.
Бай, ярлыны ул айырмай,
Тән төҫө барыбер уға.
Бар милләттәрҙе тигеҙләй,
Берләшәйек бөгөн шуға!
Эй Аллам, бирсе һин ярҙам,
Тажын алып ташларға.
Буталған был донъяны
Юлға һалып алырға!
Кешелекте бөтөрмә һин,
Балаҡайҙарым хаҡына,
Үтенеп һорайым, Аллам,
Киләсәген бир халҡыма,
Балаҡайҙарым хаҡына...
Дания Арыҫланова
Читайте нас: