+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 09:30

Радий Хәбиров Мәскәү менән автобус бәйләнешен туҡтатырға ҡушты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәү менән автобус бәйләнешен туҡтатырға ҡушты. Ул шәмбе Бөрөгә эш сәфәре барышында рөхсәтһеҙ пассажир ташыған автобусты күреүен хәбәр итте һәм Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаевҡа тейешле йөкләмә бирҙе.«Тәүгеһе — Мәскәүҙән легаль пассажир ташыуҙы ябырға кәрәк, сөнки беҙгә контролдә тотоу ҡатмарлы. Икенсеһе — рөхсәтһеҙ йөрөгәндәрен туҡтатырға һәм ебәрмәҫкә. Беҙҙән ниндәй ярҙам кәрәк, әҙерләгеҙ – һеҙгә булышлыҡ күрһәтергә әҙербеҙ, — тине Радий Хәбиров. — Беҙҙең аэропортта хәҙер сысҡан да үтеп инә алмай. Тимер юл йүнәлешендә эш башланыҡ. Беҙҙең өсөн иң хәүефле звено — автобустар, айырыуса рөхсәтһеҙ маршруттар менән Мәскәүҙән ҡайтҡан кешеләр». http://www.bashinform.ru/news/1441227-radiy-khabirov-poruchil-prekratit-avtobusnoe-soobshchenie-s-moskvoy/

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәү менән автобус бәйләнешен туҡтатырға ҡушты. Ул шәмбе Бөрөгә эш сәфәре барышында рөхсәтһеҙ пассажир ташыған автобусты күреүен хәбәр итте һәм Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаевҡа тейешле йөкләмә бирҙе.
«Тәүгеһе — Мәскәүҙән легаль пассажир ташыуҙы ябырға кәрәк, сөнки беҙгә контролдә тотоу ҡатмарлы. Икенсеһе — рөхсәтһеҙ йөрөгәндәрен туҡтатырға һәм ебәрмәҫкә. Беҙҙән ниндәй ярҙам кәрәк, әҙерләгеҙ – һеҙгә булышлыҡ күрһәтергә әҙербеҙ, — тине Радий Хәбиров. — Беҙҙең аэропортта хәҙер сысҡан да үтеп инә алмай. Тимер юл йүнәлешендә эш башланыҡ. Беҙҙең өсөн иң хәүефле звено — автобустар, айырыуса рөхсәтһеҙ маршруттар менән Мәскәүҙән ҡайтҡан кешеләр».
http://www.bashinform.ru/news/1441227-radiy-khabirov-poruchil-prekratit-avtobusnoe-soobshchenie-s-moskvoy/
Читайте нас: