Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы виртуаль Гагарин кубогына эйә булды, тип хәбәр итә Континентаь хоккей лигаһының рәсми сайты. Финал серияһында Өфө клубы 4:0 иҫәбе менән «Йокерит»ты еңде.
Бынан алда «Салауат Юлаев», «Себер»ҙе еңеп, виртуаль Гагарин кубогының финалына сыҡты. Финалға сығыу юлында ла өфөләр дүрт уйында Континенталь хоккей лигаһының виртуаль плей-офынан «Аҡ Барс»ты ҡыйратты. Бөтә һөҙөмтәләр ҙә социаль селтәрҙәрҙә көйәрмәндәрҙең тауыш биреү юлы менән билдәләнде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Континенталь хоккей лигаһы коронавирус арҡаһында беренсе раундтан һуң плей-офты туҡтатты, шунан һуң Гагарин кубогын виртуаль уйнатыу башланды.