Республика Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының элекке етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде. Башҡортостан етәксеһе чиновникты тәғәйенләү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
«Уның бурысы – транспорт һәм юл инфраструктураһын, төҙөлөштө, төҙөкләндереүҙе, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү», — тип хәбәр итте Башҡортостан башлығының матбуғат хеҙмәте.
Тимур Рәфис улы Мөхәмәтйәнов 1984 йылдың 29 ноябрендә Күмертауҙа тыуған. Халыҡ-ара бойондороҡһоҙ экология-политология университетын (бакалавр), «Юғары иҡтисад мәктәбе» дәүләт университетын (магистр), шулай уҡ Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы аспирантураһын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2008 йылда Рәсәй Федерацияһының Төбәктәр үҫеше министрлығында 1 разрядлы белгес булып башлай, һуңынан Халыҡ-ара бәйләнештәр һәм сик буйындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү департаментында дәүләт-ара хеҙмәттәшлек һәм протокол бүлегенең баш белгес-эксперты.
2010–2017 йылдарҙа – Рәсәйҙең Транспорт министрлығы Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек департаментында халыҡ-ара ойошмалар, транспорт сәйәсәте һәм төбәктәр хеҙмәттәшлеге бүлегенең 1-се разрядлы белгесе, баш белгес-эксперты, етәксе урынбаҫары, етәксеһе була.
2017–2020 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
http://www.bashinform.ru/news/1439042-eks-glava-goskomtransa-bashkirii-poluchil-dolzhnost-pomoshchnika-radiya-khabirova/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: Тимур Мөхәмәтйәнов, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостан башлығы ярҙамсыһы