+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 09:35

Республикала был аҙнала бөҙрәханалар асыла

Юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға бөҙрәханаларға эшләргә рөхсәт итеүгә ҡағылышлы төҙәтмәләр әҙер һәм республика хөкүмәтендә ҡарала, тип хәбәр итте Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Римма Бойцова. Бөҙрәханаларҙың хәүефһеҙ эшләүе өсөн санитар-гигиена нормалары исемлеге әҙерләнде. «Тағы бер нисә көндән указ баҫылып сығыр», — тине комитет етәксеһе. Бер аҙна элек дөйөм туҡланыу ойошмалары халыҡты йәнә ҡабул итә башланы, ләкин һаҡлыҡ саралары менән. Башлыса улар карантиндың тәүге аҙналарынан һуң эшкә сыҡҡан кешеләрҙе төшкө аш менән тәьмин итә. Дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, кафеларға эш пропускыһы булғандарға ғына инергә мөмкин.http://www.bashinform.ru/news/1439258-v-bashkirii-parikmakherskie-zarabotayut-na-etoy-nedele/ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығыТеги: бөҙрәханалар, карантин

Юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға бөҙрәханаларға эшләргә рөхсәт итеүгә ҡағылышлы төҙәтмәләр әҙер һәм республика хөкүмәтендә ҡарала, тип хәбәр итте Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Римма Бойцова. Бөҙрәханаларҙың хәүефһеҙ эшләүе өсөн санитар-гигиена нормалары исемлеге әҙерләнде. «Тағы бер нисә көндән указ баҫылып сығыр», — тине комитет етәксеһе.
Бер аҙна элек дөйөм туҡланыу ойошмалары халыҡты йәнә ҡабул итә башланы, ләкин һаҡлыҡ саралары менән. Башлыса улар карантиндың тәүге аҙналарынан һуң эшкә сыҡҡан кешеләрҙе төшкө аш менән тәьмин итә. Дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, кафеларға эш пропускыһы булғандарға ғына инергә мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1439258-v-bashkirii-parikmakherskie-zarabotayut-na-etoy-nedele/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: бөҙрәханалар, карантин
Читайте нас: