+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 09:35

Сибайҙа «Сулпан» балалар театры Башҡорт теле йылына ҡарата шиғри эстафета башлап ебәрҙе

Сибай концерт-театр берләшмәһендә үҙизоляция шарттарында бер нисә интернет-проект старт алды. «Сулпан» балалар театры артистары Башҡорт теле йылына һәм башҡорт әҙәбиәте классигы Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған шиғри эстафета башлап ебәрҙе. Филармония артистары Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған видеороликтарҙа һуғыш тураһында шиғырҙар һөйләй. Көн һайын киске сәғәт 10-да Инстаграмда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Ғайсин Сибай концерт-театр берләшмәһе артистары һәм саҡырылған ҡунаҡтар менән тура эфирҙа әңгәмә ҡора. Эфирҙан һуң ток-шоуҙы «Бәйләнештә» һәм Инстаграмда ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ учреждениеның рәсми төркөмөндә онлайн режимында «Сулпан» балалар театрының архив спектаклдәрен һәм филармония концерттарын күрһәтеү дауам итә. http://www.bashinform.ru/news/1438570-sibayskiy-detskiy-teatr-sulpan-zapustil-poeticheskuyu-estafetu-k-godu-bashkirskogo-yazyka/ Ләйлә Аралбаева

Сибай концерт-театр берләшмәһендә үҙизоляция шарттарында бер нисә интернет-проект старт алды.
«Сулпан» балалар театры артистары Башҡорт теле йылына һәм башҡорт әҙәбиәте классигы Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған шиғри эстафета башлап ебәрҙе.
Филармония артистары Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған видеороликтарҙа һуғыш тураһында шиғырҙар һөйләй.
Көн һайын киске сәғәт 10-да Инстаграмда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Ғайсин Сибай концерт-театр берләшмәһе артистары һәм саҡырылған ҡунаҡтар менән тура эфирҙа әңгәмә ҡора. Эфирҙан һуң ток-шоуҙы «Бәйләнештә» һәм Инстаграмда ҡарарға мөмкин.
Шулай уҡ учреждениеның рәсми төркөмөндә онлайн режимында «Сулпан» балалар театрының архив спектаклдәрен һәм филармония концерттарын күрһәтеү дауам итә.
http://www.bashinform.ru/news/1438570-sibayskiy-detskiy-teatr-sulpan-zapustil-poeticheskuyu-estafetu-k-godu-bashkirskogo-yazyka/
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: