Милли кейем көнө алдынан «Үҙенсәлек. Мәҙәниәт. Тарих. Этномода. Стиль» флешмобы башланды. Был хаҡта Республика халыҡ ижады үҙәге хәбәр итте.
Республикала йәшәүселәрҙе милли кейемдәге фотоларын #милликейем #национальныйкостюм, #мкрб, #рцнтрб, #мыедины, #беҙберҙәм хештегтары менән социаль селтәргә һалырға саҡыралар.
Флешмоб 17 апрелгә тиклем дауам итә.
http://www.bashinform.ru/news/1438408-v-bashkortostane-startoval-fleshmob-samobytnost-kultura-istoriya-etnomoda-stil/