Башҡортостанда яҡынлашып килгән Рамаҙан айы мосолмандар өсөн ҡайһы бер сикләүҙәр менән уҙғарыла. Был турала Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин хәбәр итте.
Атап әйткәндә, тәрәүих намаҙҙары һәм ифтарҙар булмай.
«Йолаларҙы өйҙә башҡарырға мөмкин», — тине Айнур Бирғәлин.
Ул шулай уҡ был осраҡта мосолман ҡанундары боҙолмай тип билдәләне.
«Мәсеткә килеп, ишек шаҡырға һәм эскә инеү өсөн мөмкинлек эҙләргә кәрәкмәй. Бында диндарлыҡ юҡ. Диндарлыҡ – ул үҙеңдең һәм тирә-йүндәгеләрҙең ғүмерен һаҡлау. Хәҙерге шарттарҙа йәмәғәт намаҙына барыу – тимәк, яҡындарыңды хәүеф аҫтына ҡуйыу», — тине Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе.
Башҡортостанда бөтә мәсеттәр ҙә ябыҡ. Йома намаҙҙары уҙғарылмай. Манаранан диндарҙар аҙан һәм үҙизоляция тәртибен үтәргә саҡырыу яңғырай.
http://www.bashinform.ru/news/1437029-v-bashkirii-mesyats-ramadan-iz-za-epidemii-koronavirusa-proydet-s-nekotorymi-ogranicheniyami/