Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары өйҙән «Ә һин йәшә!» йырына клип төшөргән.
Клип коронавирус инфекцияһы пандемияһына бәйле үҙизоляция шарттарында төшөрөлгән һәм монтажланған.
Клипты яҙҙырыуҙа филармонияның 21 солисы ҡатнашҡан, улар иҫәбендә танылған артистар – Нәзифә Ҡадирова, Фәдис Ғәниев һәм Лилиә Биктимерова, Әлфиә Юлсурина, Лилиә Ишемйәрова, Азамат Тимеров, Артур Туҡтағолов һәм Миңзифа Исҡужина, Ринат Рамазанов, Заһир Иҫәнсурин, Дияна Ишниязова, Радик Вәлмөхәмәтов, Фларида Иркина һәм башҡалар.
Ролик идеяһы авторы – эстраданың художество етәксеһе Сулпан Асҡарова, һүҙҙәр авторы – Минзәлә Яхина, музыка авторы – Гүзәл Сиражетдинова. Мастеринг – Илшат Яхин һәм Эдуард Исламов, монтаж режиссеры – Илнур Хәкимов.
«Беҙҙең ҙур концерт ғаиләһенең һәр ағзаһы өй шарттарында репертуар өҫтөндә эшләүен дауам итә, онлайн-репетициялар ойоштора, яңы йырҙар яҙа, композициялар өйрәнә... Ижад кешеһе өсөн ошондай ябай булмаған шарттарҙа ла яңы проект тыуҙы, — тип әйттеләр филармонияла. — Клипта ҡатнашыусылар ошо ваҡыт эсендә бер тапҡыр ҙа осрашманы! Йырҙың исеме үк әйтеп тора: «Ә һин йәшә!». Тормош ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, беҙ йәшәргә тейеш!».