+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2020, 10:12

Башдрам – онлайн

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙизоляция ваҡытында эшен дауам итә һәм тамашасылар менән аралашыуҙы онлайн форматҡа күсерҙе. Беҙҙең интернет-проекттар тураһында тулыраҡ: 27 март – Халыҡ-ара театр көнөндә - театрҙың YouTube каналында быйылғы ижад миҙгеленең премьераһы – баш режиссер Айрат Абушахмановтың “Гөлбостан” спектакле тәҡдим ителде. Сәхнә әҫәре Ҡадир Даяндың “Таңсулпан” пьесаһы мотивтары буйынса Дамир Йосоповтоң сәхнә редакцияһында ҡуйылды. Алдан спектакль ни бары бер көн генә күрһәтеләсәк тип иғлан ителһә лә, әммә тамашасылар һорауы буйынса күрһәтеү ваҡыты тағы ла бер тәүлеккә оҙайтылды. Был онлайн тамашаны ҡарағандар социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең фекерҙәрен яҙҙылар, билдәле Рәсәй театр тәнҡитсеһе Андрей Пронин да Фейсбуктағы сәхифәһендә үҙенең уй-фекерҙәре менән бүлеште. Театрҙың официаль биттәрендә тамашасыларҙың әүҙемләшеүе лә күҙәтелә, улар төркөмдәргә ҡушылалар, яҙмаларға лайктар ҡуялар, фекерҙәрен белдерәләр, комментарийҙар яҙалар. “М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының алтын фонды” проекты ла тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Беҙҙең YouTube-каналда архивтағы спектаклдәр – Рифҡәт Исрафиловтың «Рәйсә+Фәйзи» (Н.Асанбаев), «Ғәлиәбаныу» (М.Файзи), «Бибинур, ах, Бибинур!..» (Ф.Бүләков) спектаклдәре урын алды, ағымдағы репертуарҙан «Мулла» (Т.Миңнуллин, режиссеры - А.Абушахманов), «Мин –Ҡатын-ҡыҙ» (Т.Миңнулли, режиссеры- И.Ҡаҙҡкбаев), «Серле көршәк» (З.Биишева әҫәрҙәре буйынса, ҡуйылыштың художество етәксеһе - А.Абушахманов) һ.б. спектаклдәр ҙә YouTube-каналда урынлаштырылды. Видеоколлекция көн һайын тулылана бара. Һуғыш темаһы һәр беребеҙ өсөн мөһим – илебеҙҙә һуғыш яраһы алмаған бер ғаилә лә юҡ. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан беҙ театр артистары һәм хеҙмәткәрҙәренең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм тылда хеҙмәт иткән, Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән туғандары тураһында иҫтәлектәрен туплауҙы дауам итәбеҙ – театрҙың официаль сайтында ошо һәм башҡа мәғлүмәттәр урынлаштырылды. Театрҙа элек күҙмә-күҙ ултырып уҡыған әҫәрҙәр хәҙер яҙма вариантҡа күсә. “Читка” тигән айырым театр жанры яңы пьесалар менән таныштырып бара. 5 апрелдә театрҙың YouTube каналында француз актрисаһы һәм драматург Ясмина Резаның бөтә донъяға билдәле “Бог резни” тигән комедияһының видеоһы һалынды – пьесаны Гөлнара менән Алмас Әмировтар һәм Гөлназ менән Руслан Хайсаровтар уҡый. Пьеса геройҙары -ике ғаилә, уларҙың малайҙары мәктәптә һуғышҡан да һәм шул турала һөйләшеүҙәр бара. Һәр ғаилә үҙен хаҡлы, тип иҫәпләй, әммә улар үҙҙәренең проблемаларын күрмәйҙәр. 2009 йылда пьеса “2008 йылда Лондондағы иң яҡшы комедия” тигән исемгә лайыҡ була һәм Лоуренс Оливьеның театр премияһын ала. Театрҙың әҙәби-драматургия бүлеге Читка форматында бер ни кимәлдә яңылыҡ булған "Драматург &Драматург" проектын башлап ебәрҙе. Ғәҙәти пьеса уҡыуҙарҙан был проект шуныһы менән айырыла – драматургтар үҙҙәре бер-береһенең пьесаларын уҡыйҙар. Беҙҙең маҡсат: яңы асыштар, уйланыуҙар, тормош, театр һәм иң мөһиме – Кеше тураһында бәхәстәр һәм һөйләшеүҙәр өсөн дөйөм әҙәби-художество майҙан булдырыу. Беҙҙең замандаштарҙы-бөгөнгө көн драматургтарын нимә борсоғанын, уларҙың әҫәрҙәрендә ниндәй оҡшашлыҡтар бар икәнен аңларға ынтылабыҙ: геройҙар, темалар, сюжеттар оҡшашмы, әллә, киреһенсә, улар бөтөнләй айырылып торамы һәм үҙ-ара бәхәскә инәләрме? Был һорауҙарға яуапты тәҡдим ителгән пьесалар менән танышҡандан һуң белербеҙ. Бөтә драматургтар ҙа үҙ әҫәрҙәрен театр сәхнәһендә күрергә теләйҙәр, был проект бер ни кимәлдә уларҙың ошо хыялына ҡаршы бер аҙым да булып тора. Пьесалар аудиояҙма форматында театрҙың Вконтакте социаль селтәрендәге төркөмөндә урынлаштырыласаҡ. Проект сиктәрендә беҙҙең театр беренсе булып Мөнир Ҡунафиндың бөгөнгө көндө һүрәтләгән өр-яңы “Соҡор” исемле пьесаһы менән таныштырҙы. Пьесаны яҙыусы, тәржемәсе, сценарист, драматург Зөһрә Бураҡаева уҡыны. Был проектта Башҡортостан драматургтары ғына ҡатнаша ала. Әлеге ваҡытта Шәүрә Шәкүрова, Зөһрә Бураҡаева, Сәрүәр Сурина, Владимир Жеребцов, Лилиә Ҡәйепова, Мөнир Ҡунафин, Салауат Әбүзәр, Дамир Йосопов, Наталья Мошина, Гөлдәр Камалова, Альмира Мөхәрәмова, Анна Ерошина, Антон Бескоровайный ҡатнашырға теләктәрен белдерҙеләр. Проекттың кураторы - Азалия Балгазина. Театр артистары Хөрмәтулла Үтәшев, Миңзәлә Хәйруллина, Морат Рафиҡов кескәй тамашасылар өсөн әкиәттәр уҡып, уларҙы видеояҙмала тәҡдим итәләр. Был проектҡа бәләкәстәр ҙә ҡушылды - яңыраҡ сәхнәгә сыҡҡан “Шәмсетдин менән Шәмсура” спектаклендә уйнаған Фатима Нурыева ла (актриса Алһыу Бәхтиеваның ҡыҙы) үҙенең яратҡан әкиәтен һөйләне. Короновирус тураһында һүҙ йөрөткәндә беҙҙең артистарҙың “Өйҙә ҡалығыҙ!” тигән флешмобын ла телгә алмау мөмкин түгел, был ролик Башҡортостан юлдаш каналында ла күрһәтелә. Театр цехтары тәҡдим иткән мастер-класстар менән сюжеттар ҙа театрҙың төркөмдәрендә донъя күрә башланы. Мәҫәлән, грим цехы етәксеһе Нәркәс Баязитова “Ҡоҙаса” спектаклендә ҡатнашыусы актер миҫалында артисты ҡарт образына индереүҙе грим һалыу аша күрһәтә. Тиҙҙән театр хеҙмәткәрҙәренән тағы ла оҫталыҡ дәрестәре буласаҡ: рәссам Рита Ғәзизова һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәтһә, крафтер Василий Шаров косплей, аниме, крафт тигән төшөнсәләр менән таныштырасаҡ. 4 апрелдә Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Хисамова 75 йәшлек юбилейын билдәләне, ошо уңайҙан артистар өйҙән сыҡмайынса ғына видеоҡотлау яҙҙырҙы, уларҙың ҡотлауын бер видео-“гөлләмә” итеп тупланыҡ, был сәләм юбилярға ла, тамашасыларға ла бик оҡшаны. Тағы бер уникаль проект тәҡдим итә театр – көн һайын Инстаграмда тура эфирҙа артистар тамашасылар менән аралаша. Һеҙ ҙә тура эфир тураһындағы иғландарҙы күҙәтеп барығыҙ, актер Айҙар Шәмсетдинов алып барған эфирҙарға ҡушылығыҙ. Тотош илгә килгән ваҡытлыса ауырлыҡтар мәлендә театрҙа барған ижади процесстар – репетициялар, спектаклдәр ҙә туҡтатылды, шуға ҡарамаҫтан ижади аралашыуҙар дауам итә, театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов коллектив менән дистанцион аралашыу ойоштора, корпоратив чаттарҙа үҙенең тәҡдимдәрен, теләктәрен еткерә, пландарҙы билдәләй. Уның тәҡдиме менән даими тренингтар үткәрелә: тын алыу, пластик хәрәкәттәр (хореграф Алина Мостаева, Рәмизә Мөхәмәтшина, актер Урал Әминов алып баралар), төрлө күнекмәләр яҙылған видеолар актерҙарға ебәрелә. Шулай уҡ көн һайын Айрат Әхтәм улы артистарға төрлө театрҙарҙа барған спектаклдәр һәм ҡыҙыҡлы китаптар исемлеген тәҡдим итеп тора. Шунлай уҡ форматта театр директоры һәм бүлек етәкселәре лә эшләй. Директор Иршат Фәйзуллин үҙенең вазифаһына һәм уға йөкмәтелгән бурыстарға ярашлы, көн һайын театрға килеп, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итә, шул иҫәптән капиталь ремонтҡа ҡағылышлы хәлдәрҙе лә контролдә тота. Беҙ хеҙмәттәштәребеҙ һәм тамашасыларыбыҙ менән тиҙ арала оффлайн осрашыуҙарҙы көтәбеҙ. Әлегә сабыр итергә һәм беҙҙең театр менән бергә онлайнда булһа ла осрашырға яҙһын, тигән теләктә ҡалабыҙ. Имен-һау булайыҡ! Осрашҡанға тиклем! Динара Ҡәйүмова

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙизоляция ваҡытында эшен дауам итә һәм тамашасылар менән аралашыуҙы онлайн форматҡа күсерҙе.
Беҙҙең интернет-проекттар тураһында тулыраҡ:
27 март – Халыҡ-ара театр көнөндә - театрҙың YouTube каналында быйылғы ижад миҙгеленең премьераһы – баш режиссер Айрат Абушахмановтың “Гөлбостан” спектакле тәҡдим ителде. Сәхнә әҫәре Ҡадир Даяндың “Таңсулпан” пьесаһы мотивтары буйынса Дамир Йосоповтоң сәхнә редакцияһында ҡуйылды. Алдан спектакль ни бары бер көн генә күрһәтеләсәк тип иғлан ителһә лә, әммә тамашасылар һорауы буйынса күрһәтеү ваҡыты тағы ла бер тәүлеккә оҙайтылды. Был онлайн тамашаны ҡарағандар социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең фекерҙәрен яҙҙылар, билдәле Рәсәй театр тәнҡитсеһе Андрей Пронин да Фейсбуктағы сәхифәһендә үҙенең уй-фекерҙәре менән бүлеште.
Театрҙың официаль биттәрендә тамашасыларҙың әүҙемләшеүе лә күҙәтелә, улар төркөмдәргә ҡушылалар, яҙмаларға лайктар ҡуялар, фекерҙәрен белдерәләр, комментарийҙар яҙалар.
“М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының алтын фонды” проекты ла тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Беҙҙең YouTube-каналда архивтағы спектаклдәр – Рифҡәт Исрафиловтың «Рәйсә+Фәйзи» (Н.Асанбаев), «Ғәлиәбаныу» (М.Файзи), «Бибинур, ах, Бибинур!..» (Ф.Бүләков) спектаклдәре урын алды, ағымдағы репертуарҙан «Мулла» (Т.Миңнуллин, режиссеры - А.Абушахманов), «Мин –Ҡатын-ҡыҙ» (Т.Миңнулли, режиссеры- И.Ҡаҙҡкбаев), «Серле көршәк» (З.Биишева әҫәрҙәре буйынса, ҡуйылыштың художество етәксеһе - А.Абушахманов) һ.б. спектаклдәр ҙә YouTube-каналда урынлаштырылды. Видеоколлекция көн һайын тулылана бара.
Һуғыш темаһы һәр беребеҙ өсөн мөһим – илебеҙҙә һуғыш яраһы алмаған бер ғаилә лә юҡ. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан беҙ театр артистары һәм хеҙмәткәрҙәренең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм тылда хеҙмәт иткән, Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән туғандары тураһында иҫтәлектәрен туплауҙы дауам итәбеҙ – театрҙың официаль сайтында ошо һәм башҡа мәғлүмәттәр урынлаштырылды.
Театрҙа элек күҙмә-күҙ ултырып уҡыған әҫәрҙәр хәҙер яҙма вариантҡа күсә. “Читка” тигән айырым театр жанры яңы пьесалар менән таныштырып бара. 5 апрелдә театрҙың YouTube каналында француз актрисаһы һәм драматург Ясмина Резаның бөтә донъяға билдәле “Бог резни” тигән комедияһының видеоһы һалынды – пьесаны Гөлнара менән Алмас Әмировтар һәм Гөлназ менән Руслан Хайсаровтар уҡый. Пьеса геройҙары -ике ғаилә, уларҙың малайҙары мәктәптә һуғышҡан да һәм шул турала һөйләшеүҙәр бара. Һәр ғаилә үҙен хаҡлы, тип иҫәпләй, әммә улар үҙҙәренең проблемаларын күрмәйҙәр. 2009 йылда пьеса “2008 йылда Лондондағы иң яҡшы комедия” тигән исемгә лайыҡ була һәм Лоуренс Оливьеның театр премияһын ала.
Театрҙың әҙәби-драматургия бүлеге Читка форматында бер ни кимәлдә яңылыҡ булған "Драматург &Драматург" проектын башлап ебәрҙе. Ғәҙәти пьеса уҡыуҙарҙан был проект шуныһы менән айырыла – драматургтар үҙҙәре бер-береһенең пьесаларын уҡыйҙар. Беҙҙең маҡсат: яңы асыштар, уйланыуҙар, тормош, театр һәм иң мөһиме – Кеше тураһында бәхәстәр һәм һөйләшеүҙәр өсөн дөйөм әҙәби-художество майҙан булдырыу. Беҙҙең замандаштарҙы-бөгөнгө көн драматургтарын нимә борсоғанын, уларҙың әҫәрҙәрендә ниндәй оҡшашлыҡтар бар икәнен аңларға ынтылабыҙ: геройҙар, темалар, сюжеттар оҡшашмы, әллә, киреһенсә, улар бөтөнләй айырылып торамы һәм үҙ-ара бәхәскә инәләрме? Был һорауҙарға яуапты тәҡдим ителгән пьесалар менән танышҡандан һуң белербеҙ. Бөтә драматургтар ҙа үҙ әҫәрҙәрен театр сәхнәһендә күрергә теләйҙәр, был проект бер ни кимәлдә уларҙың ошо хыялына ҡаршы бер аҙым да булып тора. Пьесалар аудиояҙма форматында театрҙың Вконтакте социаль селтәрендәге төркөмөндә урынлаштырыласаҡ. Проект сиктәрендә беҙҙең театр беренсе булып Мөнир Ҡунафиндың бөгөнгө көндө һүрәтләгән өр-яңы “Соҡор” исемле пьесаһы менән таныштырҙы. Пьесаны яҙыусы, тәржемәсе, сценарист, драматург Зөһрә Бураҡаева уҡыны. Был проектта Башҡортостан драматургтары ғына ҡатнаша ала. Әлеге ваҡытта Шәүрә Шәкүрова, Зөһрә Бураҡаева, Сәрүәр Сурина, Владимир Жеребцов, Лилиә Ҡәйепова, Мөнир Ҡунафин, Салауат Әбүзәр, Дамир Йосопов, Наталья Мошина, Гөлдәр Камалова, Альмира Мөхәрәмова, Анна Ерошина, Антон Бескоровайный ҡатнашырға теләктәрен белдерҙеләр. Проекттың кураторы - Азалия Балгазина.
Театр артистары Хөрмәтулла Үтәшев, Миңзәлә Хәйруллина, Морат Рафиҡов кескәй тамашасылар өсөн әкиәттәр уҡып, уларҙы видеояҙмала тәҡдим итәләр. Был проектҡа бәләкәстәр ҙә ҡушылды - яңыраҡ сәхнәгә сыҡҡан “Шәмсетдин менән Шәмсура” спектаклендә уйнаған Фатима Нурыева ла (актриса Алһыу Бәхтиеваның ҡыҙы) үҙенең яратҡан әкиәтен һөйләне.
Короновирус тураһында һүҙ йөрөткәндә беҙҙең артистарҙың “Өйҙә ҡалығыҙ!” тигән флешмобын ла телгә алмау мөмкин түгел, был ролик Башҡортостан юлдаш каналында ла күрһәтелә.
Театр цехтары тәҡдим иткән мастер-класстар менән сюжеттар ҙа театрҙың төркөмдәрендә донъя күрә башланы. Мәҫәлән, грим цехы етәксеһе Нәркәс Баязитова “Ҡоҙаса” спектаклендә ҡатнашыусы актер миҫалында артисты ҡарт образына индереүҙе грим һалыу аша күрһәтә. Тиҙҙән театр хеҙмәткәрҙәренән тағы ла оҫталыҡ дәрестәре буласаҡ: рәссам Рита Ғәзизова һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәтһә, крафтер Василий Шаров косплей, аниме, крафт тигән төшөнсәләр менән таныштырасаҡ.
4 апрелдә Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Хисамова 75 йәшлек юбилейын билдәләне, ошо уңайҙан артистар өйҙән сыҡмайынса ғына видеоҡотлау яҙҙырҙы, уларҙың ҡотлауын бер видео-“гөлләмә” итеп тупланыҡ, был сәләм юбилярға ла, тамашасыларға ла бик оҡшаны.
Тағы бер уникаль проект тәҡдим итә театр – көн һайын Инстаграмда тура эфирҙа артистар тамашасылар менән аралаша. Һеҙ ҙә тура эфир тураһындағы иғландарҙы күҙәтеп барығыҙ, актер Айҙар Шәмсетдинов алып барған эфирҙарға ҡушылығыҙ.
Тотош илгә килгән ваҡытлыса ауырлыҡтар мәлендә театрҙа барған ижади процесстар – репетициялар, спектаклдәр ҙә туҡтатылды, шуға ҡарамаҫтан ижади аралашыуҙар дауам итә, театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов коллектив менән дистанцион аралашыу ойоштора, корпоратив чаттарҙа үҙенең тәҡдимдәрен, теләктәрен еткерә, пландарҙы билдәләй. Уның тәҡдиме менән даими тренингтар үткәрелә: тын алыу, пластик хәрәкәттәр (хореграф Алина Мостаева, Рәмизә Мөхәмәтшина, актер Урал Әминов алып баралар), төрлө күнекмәләр яҙылған видеолар актерҙарға ебәрелә. Шулай уҡ көн һайын Айрат Әхтәм улы артистарға төрлө театрҙарҙа барған спектаклдәр һәм ҡыҙыҡлы китаптар исемлеген тәҡдим итеп тора.
Шунлай уҡ форматта театр директоры һәм бүлек етәкселәре лә эшләй. Директор Иршат Фәйзуллин үҙенең вазифаһына һәм уға йөкмәтелгән бурыстарға ярашлы, көн һайын театрға килеп, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итә, шул иҫәптән капиталь ремонтҡа ҡағылышлы хәлдәрҙе лә контролдә тота.
Беҙ хеҙмәттәштәребеҙ һәм тамашасыларыбыҙ менән тиҙ арала оффлайн осрашыуҙарҙы көтәбеҙ. Әлегә сабыр итергә һәм беҙҙең театр менән бергә онлайнда булһа ла осрашырға яҙһын, тигән теләктә ҡалабыҙ. Имен-һау булайыҡ! Осрашҡанға тиклем!
Динара Ҡәйүмова
Читайте нас: