Башҡортостан хөкүмәте тулы изоляция режимында эшләгән предприятиелар исемлеген киңәйтеү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Ауыл хужалығы, орлоҡ менән тәьминәт, урман сәнәғәте, яғыулыҡ-энергетика комплексы, төҙөлөш ойошмалары, техник хеҙмәтләндереү предприятиелары һәм финанс-кредит ойошмалары – бөтәһе 974 предприятие. Был хаҡта дүшәмбе, 6 апрелдә, оператив кәңәшмәлә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров хәбәр итте.
«Ошо ойошмаларҙың етәкселәренә хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы һәм хәүефһеҙлеге өсөн өҫтәмә яуаплылыҡ йөкмәтелә. Битлек кейеү, ҡулдарҙы йыуыу, температураны үлсәү, дезинфекция мотлаҡ. Һәр хеҙмәткәр йөрөү өсөн документ алырға тейеш», — тине Андрей Назаров.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Росоптребнадзор санитар-гигиена нормаларын үтәүҙе күҙәтеп бара. Эпидемиологик хәүефһеҙлекте боҙған осраҡта, предприятиеның эше туҡтатыла, ә хеҙмәткәрҙәр изоляцияға ебәрелә.
Әлеге ваҡытта һалым ставкаларын кәметеү, мөлкәткә һалымдан азат итеү һәм башҡаларҙы күҙ уңында тотҡан норматив акттар әҙерләнә. 10 апрелдә республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары закон проекттарын ҡарарға тейеш.
Муниципаль кимәлдә иҫәпләнгән килемгә берҙәм һалымды кәметеү, ҡуртым түләүҙәренән азат итеү, шәхси ҡуртымға биреүселәр ставканы кәметә алһын өсөн дәртләндереү ғәмәлдәрен әҙерләү планлаштырыла.
«9 апрелдән ситуация үҙәге эш башлай. Бер үк ваҡытта иҡтисадтың тотороҡлоғон күтәреү буйынса икенсе саралар пакеты әҙерләнә. Унда кадастр хаҡын кәметеү, льготалар, субсидиялар, коммуналь хеҙмәттәр өсөн бүлеп түләү күҙ уңында тотола. Система барлыҡҡа килтергән предприятиелар (425 предприятие һәм ойошма) менән эш дауам итә, исемлектең киңәйтелеүе ихтимал. Эшҡыуарҙар дәүләт ярҙамын тойор», — тине Андрей Назаров.
http://www.bashinform.ru/news/1434647-v-bashkirii-iz-rezhima-samoizolyatsii-vyydut-974-predpriyatiya/