+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март 2020, 14:26

ҮТКӘНЕН ҠӘҘЕРЛӘП, КИЛӘСӘГЕНӘ ЯҠТЫ ӨМӨТТӘР БАҒЛАП ЙӘШӘЙ ТЕАТР

Театрҙың йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ ысынбарлығына әйләнгәнен белһәк тә, һаман уның булмышы хаҡында һорауҙар биреүҙән арынмайбыҙ. Нимә ул театр, тибеҙ. Һәр кемдең үҙ яуабы: театр – ул тормошобоҙ көҙгөһө, фәлсәфә ҡороу урыны, йә булмаһа... уйын. Ысынлап та, һәр кем унда үҙе теләгәнде эҙләп килә. Әммә ҡайтҡанында, театрҙың ни тиклем тәрән мәғәнәһен, мөһимлеген һәм һоҡланғыс сәнғәт икәнлеген аңлайҙыр. Республикабыҙҙа театрҙар бик күп. Улар араһында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының үҙенә тәғәйен билдәләнеше, урыны бар. Уның тарихы 1930 йылдарға ҡайтып ҡала. Ул ваҡытта Йәш тамашасы театры Өфөлә Пионерҙар йортонда урынлаша. Труппала 36 ижади хеҙмәткәр эшләй. Коллективтың беренсе художество етәксеһе – Иларий Казимирович Глушарин була. Театр ышаныслы аҙымдар менән яҡты киләсәккә атлаған саҡта Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Һуғыш йылдарында Йәш тамашасы театры республика буйлап гастролдәргә йыш сыға. Һуңғараҡ артистарҙы фронтҡа ебәрәләр. Улар хәрби ижади бригадаларға ҡушыла һәм спектаклдәре менән яугирҙәрҙең рухын күтәрә. Еңеүҙән һуң ярты быуат тиерлек ваҡыт үткәс кенә, 1989 йылда Йәш тамашасы театрын тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Уны ойоштороуға Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, профессор Ғабдулла Ғиләжев күп көс һала. Ул 1988 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының 5 курс студенттары менән Йәштәр театр-студияһы ойоштора. Һәләтле йәштәр спектаклдәр ҡуя һәм республика райондары буйлап гастролдәргә йөрөй. Үкенескә күрә, уларҙың Өфөлә үҙ майҙансыҡтары булмай. 1989 йылдың авгусында йәш театрға Ленин урамындағы элекке Политағартыу йортоноң бинаһы бирелә. Йәш тамашасы театры сәхнәһендә тәүге тапҡыр Г.Высоцкий һәм О. Колчинскаяның “Кем трамвайҙы урлаған?” спектакле ҡуйыла. Тәүге көндәренән үк театрҙа ике труппа эшләй. Башҡорт һәм рус труппалары үҙ-ара бик татыу йәшәй, һәр береһенең үҙ репертуары бар. Үҙенсәлекле берҙәм тамашалар ҙа ҡуйыла, миҫал өсөн, Мостай Кәримдең “Яуҙы еңгән мөхәббәт”, шағир-яугирҙарҙың әҫәрҙәре буйынса “Вспомним всех поименно” музыкаль-әҙәби композиция, А.Камюның “Калигула” трагедияһы, З. Биишеваның “Кәмһетелгәндәр”, М. Буранғоловтоң “Башҡорт туйы” һәм башҡалар. 2000 йылдың республикала Йәштәр йылы тип иғлан ителеүе театр өсөн яңы бина төҙөргә мөмкинлек аса. Проект буйынса 20 архитектор эшләй. 2002 йылда ун өсөнсө ижад миҙгелен театр өй туйлауҙан башлай. Политағартыу йорто танымаҫлыҡ булып үҙгәрә: 4 төкәтмәһе барлыҡҡа килә, фасадты фонарҙар ҡуйылған быяла галерея биҙәй. Актерҙар өсөн грим һалыу бүлмәләре барлыҡҡа килә, сәхнә ҡоролмалары алына. Тамашасылар өсөн 410 урынға иҫәпләнгән ҙур залы, 86 урынлыҡ камера залы, музыкаль бүлмәһе, күргәҙмәләр залы, ҡышҡы баҡса асылды. Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры – илебеҙ мәҙәни киңлегендә сағыу күренеш. Театр тарихын барлағанда, уның инешендә тороусыларҙың исемен онотоу ҙур хилафлыҡ булыр ине. Ул исемлек ҙур, әммә бөгөн, театрҙың 30-сы ижад миҙгелендә ошо мәҙәни усаҡты булдырыуға иң күп көс һалыусы Ғабдулла Ғабдрахман улын айырым телгә алыу мотлаҡ. Уның тыуыуына 90 йыл тулды. Йәштәр театры коллективы Ғабдулла Ғиләжевте оло ихтирам менән иҫкә ала. Бүздәк районының данлыҡлы улы Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжев Башҡорт театр-художество училищеһын, артабан ГИТИС тамамлаған. 1948 – 1954 йылдарҙа Йомағужа, Баймаҡ, Ауырғазы колхоз‑совхоз театрҙары һәм Башҡорт академия драма театрында актер булып эшләй. Артабан режиссер, театр директоры, 1964 йылдан БАССР-ҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары, рус драма театрында баш режиссёр була. Бер үк ваҡытта 1960 – 1963 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында, 1968–1997 йылдарҙа сәнғәт институтында уҡыта. Уның ҡулында белем алыусы ул ваҡыттағы студенттар, бөгөнгө билдәле, дәрәжәле сәнғәт әһелдәре остаздары хаҡында тик йылы хәтирәләр һаҡлай. Бына шулай үткәнен ҡәҙерләп, киләсәгенә яҡты өмөттәр бағлап йәшәй бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры. Уның иртәгәһен данлар иҫ киткес талантлы артистарын тамашасы һәр төбәктә танып, яратып, һағынып көтөп ала. Рәзилә Ырыҫҡужина әҙерләне

Театрҙың йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ ысынбарлығына әйләнгәнен белһәк тә, һаман уның булмышы хаҡында һорауҙар биреүҙән арынмайбыҙ. Нимә ул театр, тибеҙ. Һәр кемдең үҙ яуабы: театр – ул тормошобоҙ көҙгөһө, фәлсәфә ҡороу урыны, йә булмаһа... уйын. Ысынлап та, һәр кем унда үҙе теләгәнде эҙләп килә. Әммә ҡайтҡанында, театрҙың ни тиклем тәрән мәғәнәһен, мөһимлеген һәм һоҡланғыс сәнғәт икәнлеген аңлайҙыр.
Республикабыҙҙа театрҙар бик күп. Улар араһында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының үҙенә тәғәйен билдәләнеше, урыны бар. Уның тарихы 1930 йылдарға ҡайтып ҡала. Ул ваҡытта Йәш тамашасы театры Өфөлә Пионерҙар йортонда урынлаша. Труппала 36 ижади хеҙмәткәр эшләй. Коллективтың беренсе художество етәксеһе – Иларий Казимирович Глушарин була. Театр ышаныслы аҙымдар менән яҡты киләсәккә атлаған саҡта Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә.
Һуғыш йылдарында Йәш тамашасы театры республика буйлап гастролдәргә йыш сыға. Һуңғараҡ артистарҙы фронтҡа ебәрәләр. Улар хәрби ижади бригадаларға ҡушыла һәм спектаклдәре менән яугирҙәрҙең рухын күтәрә.
Еңеүҙән һуң ярты быуат тиерлек ваҡыт үткәс кенә, 1989 йылда Йәш тамашасы театрын тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Уны ойоштороуға Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, профессор Ғабдулла Ғиләжев күп көс һала. Ул 1988 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының 5 курс студенттары менән Йәштәр театр-студияһы ойоштора. Һәләтле йәштәр спектаклдәр ҡуя һәм республика райондары буйлап гастролдәргә йөрөй. Үкенескә күрә, уларҙың Өфөлә үҙ майҙансыҡтары булмай. 1989 йылдың авгусында йәш театрға Ленин урамындағы элекке Политағартыу йортоноң бинаһы бирелә. Йәш тамашасы театры сәхнәһендә тәүге тапҡыр Г.Высоцкий һәм О. Колчинскаяның “Кем трамвайҙы урлаған?” спектакле ҡуйыла.
Тәүге көндәренән үк театрҙа ике труппа эшләй. Башҡорт һәм рус труппалары үҙ-ара бик татыу йәшәй, һәр береһенең үҙ репертуары бар. Үҙенсәлекле берҙәм тамашалар ҙа ҡуйыла, миҫал өсөн, Мостай Кәримдең “Яуҙы еңгән мөхәббәт”, шағир-яугирҙарҙың әҫәрҙәре буйынса “Вспомним всех поименно” музыкаль-әҙәби композиция, А.Камюның “Калигула” трагедияһы, З. Биишеваның “Кәмһетелгәндәр”, М. Буранғоловтоң “Башҡорт туйы” һәм башҡалар.
2000 йылдың республикала Йәштәр йылы тип иғлан ителеүе театр өсөн яңы бина төҙөргә мөмкинлек аса. Проект буйынса 20 архитектор эшләй. 2002 йылда ун өсөнсө ижад миҙгелен театр өй туйлауҙан башлай. Политағартыу йорто танымаҫлыҡ булып үҙгәрә: 4 төкәтмәһе барлыҡҡа килә, фасадты фонарҙар ҡуйылған быяла галерея биҙәй. Актерҙар өсөн грим һалыу бүлмәләре барлыҡҡа килә, сәхнә ҡоролмалары алына. Тамашасылар өсөн 410 урынға иҫәпләнгән ҙур залы, 86 урынлыҡ камера залы, музыкаль бүлмәһе, күргәҙмәләр залы, ҡышҡы баҡса асылды. Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры – илебеҙ мәҙәни киңлегендә сағыу күренеш.
Театр тарихын барлағанда, уның инешендә тороусыларҙың исемен онотоу ҙур хилафлыҡ булыр ине. Ул исемлек ҙур, әммә бөгөн, театрҙың 30-сы ижад миҙгелендә ошо мәҙәни усаҡты булдырыуға иң күп көс һалыусы Ғабдулла Ғабдрахман улын айырым телгә алыу мотлаҡ. Уның тыуыуына 90 йыл тулды. Йәштәр театры коллективы Ғабдулла Ғиләжевте оло ихтирам менән иҫкә ала.
Бүздәк районының данлыҡлы улы Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжев Башҡорт театр-художество училищеһын, артабан ГИТИС тамамлаған. 1948 – 1954 йылдарҙа Йомағужа, Баймаҡ, Ауырғазы колхоз‑совхоз театрҙары һәм Башҡорт академия драма театрында актер булып эшләй. Артабан режиссер, театр директоры, 1964 йылдан БАССР-ҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары, рус драма театрында баш режиссёр була. Бер үк ваҡытта 1960 – 1963 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында, 1968–1997 йылдарҙа сәнғәт институтында уҡыта. Уның ҡулында белем алыусы ул ваҡыттағы студенттар, бөгөнгө билдәле, дәрәжәле сәнғәт әһелдәре остаздары хаҡында тик йылы хәтирәләр һаҡлай.
Бына шулай үткәнен ҡәҙерләп, киләсәгенә яҡты өмөттәр бағлап йәшәй бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры. Уның иртәгәһен данлар иҫ киткес талантлы артистарын тамашасы һәр төбәктә танып, яратып, һағынып көтөп ала.
Рәзилә Ырыҫҡужина әҙерләне
Читайте нас: