-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март 2020, 11:07

Радий Хәбиров чиновниктарҙың барыһына ла коронавирусҡа тест үтергә ҡушты

Башҡортостан Республикаһы Башлығы чиновниктарҙың барыһына ла коронавирусҡа тест үтергә ҡушты. Власть вәкилдәренә халыҡ менән күберәк аралашырға тура килгәнгә күрә, бындай сара бик кәрәк. Бөгөн үҙем дә тест үтермен, тип белдерҙе Радий Хәбиров. «Һеҙ быны үҙегеҙ өсөн түгел, ә инфекцияны артабан таратмау өсөн эшләйһегеҙ», — тип билдәләне республика башлығы. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин билдәләүенсә, әлегә сәләмәт кешеләр өсөн тестар етмәй. Улар тәү сиратта сит илдән ҡайтҡан пациенттар өсөн кәрәк. Дүшәмбе тотона торған материалдарҙың яңылары килтерелә. «Ләкин хөкүмәт ағзалары өсөн тестар бар. Бөгөн уларҙың һәр береһенән алырбыҙ», — тип вәғәҙәләне республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы. http://www.bashinform.ru/news/1430353-radiy-khabirov-poruchil-vsem-chinovnikam-testirovatsya-na-koronavirus/

Башҡортостан Республикаһы Башлығы чиновниктарҙың барыһына ла коронавирусҡа тест үтергә ҡушты. Власть вәкилдәренә халыҡ менән күберәк аралашырға тура килгәнгә күрә, бындай сара бик кәрәк. Бөгөн үҙем дә тест үтермен, тип белдерҙе Радий Хәбиров.
«Һеҙ быны үҙегеҙ өсөн түгел, ә инфекцияны артабан таратмау өсөн эшләйһегеҙ», — тип билдәләне республика башлығы.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин билдәләүенсә, әлегә сәләмәт кешеләр өсөн тестар етмәй. Улар тәү сиратта сит илдән ҡайтҡан пациенттар өсөн кәрәк. Дүшәмбе тотона торған материалдарҙың яңылары килтерелә.
«Ләкин хөкүмәт ағзалары өсөн тестар бар. Бөгөн уларҙың һәр береһенән алырбыҙ», — тип вәғәҙәләне республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы.
http://www.bashinform.ru/news/1430353-radiy-khabirov-poruchil-vsem-chinovnikam-testirovatsya-na-koronavirus/
Читайте нас в