-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2020, 12:33

Республиканың ҙур ҡалаларындағы барлыҡ мәсеттәрҙә йома намаҙҙары уҙғарылмай

Башҡортостандың ҙур ҡалаларындағы мәсеттәрҙә йома намаҙҙары уҙғарылмай. Ошо хаҡта республика мосолмандары Диниә назаратының рәсми сайтында хәбәр ителә.100 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалаларҙағы мәсеттәрҙә йома намаҙҙары үткәрелмәй. Был коронавирус инфекцияһының таралыуына, шулай уҡ 250-нән күберәк кеше ҡатнашлығындағы сараларҙы сикләүгә бәйле. «Йома намаҙына даими йөрөгән һәм әлеге етди сәбәптәр арҡаһында килә алмаған диндарҙарға бының өсөн борсолорға кәрәкмәй», — тиелә Диниә назараты белдереүендә. Сирле мосолмандарҙы өйҙә ҡалыуҙарын, шулай уҡ бәләкәйерәк мәсеттәргә йома намаҙына бармауҙарын, тыныслыҡ һаҡлауҙарын, паникаға бирелмәүҙәрен һәм ғәйбәт таратмауҙарын һорайҙар. Мәсеттәрҙә даими дезинфекция үткәрелергә тейеш. «Ислам дине кеше ғүмерен, ҡарашын, зиһенен, мөлкәтен һәм намыҫын һаҡлауға йүнәлтелгән. Ошо әйтеп үтелгән аспекттарға зыян килтереү хәүефе янағанда шәриғәт диндарҙарға бурыстарын еңеләйтергә мөмкинлек бирә», — тиелә белдереүҙә. Шулай уҡ йома намаҙҙарын үткәреүҙе тыйыу Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты етәкселегенең махсус күрһәтмәләренә тиклем ғәмәлдә була. http://www.bashinform.ru/news/1430129-vo-vsekh-mechetyakh-krupnykh-gorodov-bashkirii-otmenili-pyatnichnye-namazy/ Розалиә ВәлиеваТеги: мәсет, намаҙ

Башҡортостандың ҙур ҡалаларындағы мәсеттәрҙә йома намаҙҙары уҙғарылмай. Ошо хаҡта республика мосолмандары Диниә назаратының рәсми сайтында хәбәр ителә.
100 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалаларҙағы мәсеттәрҙә йома намаҙҙары үткәрелмәй.
Был коронавирус инфекцияһының таралыуына, шулай уҡ 250-нән күберәк кеше ҡатнашлығындағы сараларҙы сикләүгә бәйле.
«Йома намаҙына даими йөрөгән һәм әлеге етди сәбәптәр арҡаһында килә алмаған диндарҙарға бының өсөн борсолорға кәрәкмәй», — тиелә Диниә назараты белдереүендә.
Сирле мосолмандарҙы өйҙә ҡалыуҙарын, шулай уҡ бәләкәйерәк мәсеттәргә йома намаҙына бармауҙарын, тыныслыҡ һаҡлауҙарын, паникаға бирелмәүҙәрен һәм ғәйбәт таратмауҙарын һорайҙар.
Мәсеттәрҙә даими дезинфекция үткәрелергә тейеш.
«Ислам дине кеше ғүмерен, ҡарашын, зиһенен, мөлкәтен һәм намыҫын һаҡлауға йүнәлтелгән. Ошо әйтеп үтелгән аспекттарға зыян килтереү хәүефе янағанда шәриғәт диндарҙарға бурыстарын еңеләйтергә мөмкинлек бирә», — тиелә белдереүҙә.
Шулай уҡ йома намаҙҙарын үткәреүҙе тыйыу Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты етәкселегенең махсус күрһәтмәләренә тиклем ғәмәлдә була.
http://www.bashinform.ru/news/1430129-vo-vsekh-mechetyakh-krupnykh-gorodov-bashkirii-otmenili-pyatnichnye-namazy/
Розалиә Вәлиева
Теги: мәсет, намаҙ
Читайте нас: