+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 12:02

Башҡортостанда үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараттарына ҡытлыҡ юҡ – Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Башҡортостанда үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараттарына ҡытлыҡ юҡ, тип белдерҙе республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин 24 мартта уҙған брифингта. Республика дауаханаларында үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараты 700-гә яҡын. Бынан тыш, ошо маҡсатта файҙаланыу өсөн портатив аппараттар, наркоз-тын алыу аппараттары бар. «Был етәрлек. Шуға күрә бында паникаға урын юҡ, — тип билдәләне министр. — Бынан тыш, республика Хөкүмәте ҡарары буйынса, Башҡортостандың резерв фондынан өҫтәмә аҡса бүленде һәм тағы 20-ләгән аппарат һатып алына. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте бойороғо менән илдең резерв фондынан Рәсәй төбәктәренә биш меңдән ашыу аппарат һатып алыу өсөн аҡса йүнәлтелде». http://www.bashinform.ru/news/1429457-v-bashkirii-net-problem-s-defitsitom-apparatov-iskusstvennoy-ventilyatsii-legkikh-minzdrav/ Гөлфиә АкуловаТеги: коронавирус

Башҡортостанда үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараттарына ҡытлыҡ юҡ, тип белдерҙе республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин 24 мартта уҙған брифингта.
Республика дауаханаларында үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараты 700-гә яҡын. Бынан тыш, ошо маҡсатта файҙаланыу өсөн портатив аппараттар, наркоз-тын алыу аппараттары бар.
«Был етәрлек. Шуға күрә бында паникаға урын юҡ, — тип билдәләне министр. — Бынан тыш, республика Хөкүмәте ҡарары буйынса, Башҡортостандың резерв фондынан өҫтәмә аҡса бүленде һәм тағы 20-ләгән аппарат һатып алына. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте бойороғо менән илдең резерв фондынан Рәсәй төбәктәренә биш меңдән ашыу аппарат һатып алыу өсөн аҡса йүнәлтелде».
http://www.bashinform.ru/news/1429457-v-bashkirii-net-problem-s-defitsitom-apparatov-iskusstvennoy-ventilyatsii-legkikh-minzdrav/
Гөлфиә Акулова
Теги: коронавирус
Читайте нас: