23 марттан Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитетында коронавирустың таралыуына юл ҡуймау буйынса республика колл-үҙәге эшләй. Колл-үҙәк — оператив мәғлүмәт еткереү һәм граждандарҙың коронавирус инфекцияһы менән бәйле көнүҙәк проблемаларын хәл итеү буйынса республика хеҙмәттәренең берҙән-бер диспетчеры.
Тәүлек әйләнәһенә эшләгән колл-үҙәк телефоны: 8-800-201-89-03 (шылтыратыу бушлай).
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ҡыҙыу бәйләнеш телефондары: +7 347 286-58-27, +7 347 279-91-20, улар ҙа элекке режимда эшләй.
Колл-үҙәккә шылтыратып, коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү тураһында дөйөм мәғлүмәт алырға, профилле министрлыҡ һәм ведомстволарҙың адрес-телефондарын белергә мөмкин. Шулай уҡ колл-үҙәк белгестәре хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләргә шылтыратыу менән шөғөлләнә.
Бынан тыш, Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, «Изгелек» хәйриә фонды, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе «Беҙҙең хәстәрлек» проектын башлап ебәрҙе, уның сиктәрендә яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәге граждандарға, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтелә.
http://www.bashinform.ru/news/1428695-v-bashkirii-nachinaet-rabotat-edinyy-koll-tsentr-po-predotvrashcheniyu-koronovirusnoy-infektsii/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы