-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2020, 10:25

Өфөлә Мостай Кәримдең 100 йыллығына бағышланған әҙәби конкурс еңеүселәре бүләкләнде

Өфөлә Мостай Кәрим исемендәге ижади оҫтаханала — башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү үҙәгендә — Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған әҙәби конкурс еңеүселәре бүләкләнде. Республика конкурсы Башҡортостан мәктәптәре уҡыусылары араһында ике номинацияла уҙғарылды: иң шәп шиғри әҫәрҙәр («Башҡортостан беҙҙән башлана») һәм иң шәп проза әҫәрҙәре («Ижади ҡомар»). Шиғри конкурста беренсе урынды Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан Альмира Ҡаҙаҡбаева яуланы. Икенсе урынды Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатынан Нәркәс Сәфетдинова һәм Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы Башҡорт гимназия-интернатынан Вәсилә Хәкимова бүлеште. Өсөнсө урынды Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан Арыҫлан Ҡотлобаев, Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылынан Нәсимә Нәбиуллина, Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейынан Йәмил Сәйҙәлиев алды. «Ижад ҡомары» әҙәби конкурсы еңеүселәре – Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһынан Алмас Абдрахманов, Асҡын районы Ҡашҡа ауылынан Алһыу Мәснәүиева, Баймаҡ ҡалаһының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Динә Сәлихова һәм Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан Сөмбөл Йосопова. Конкурсты ойоштороусылар – Мостай Кәрим исемендәге фонд һәм «Аманат» балалар-үҫмерҙәр журналы редакцияһы. Конкурстың беренсе этабы еңеүселәре 2019 йылдың февралендә тантаналы шарттарҙа бүләкләнде. Хәҙер икенсе этап еңеүселәрен бүләкләргә сират етте. Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова балалар һәм уларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылар алдында сығыш яһап, йәш ҡатнашыусыларға ижади эштәре, уҡыуҙағы уңыштары, китапты яратыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. «Аманат» журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин да рәхмәт һүҙҙәре әйтте һәм балалар журналының дуҫы, туған телгә, мәҙәниәткә, Тыуған илгә тоғро, әлеге кеүек ижади шәхестәр булып ҡалырға саҡырҙы. Журналда ижади конкурстар дауам итә, тип белдерҙе ойоштороусылар. Быйыл улар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. http://www.bashinform.ru/news/1424548-v-ufe-nagradili-pobediteley-literaturnogo-konkursa-v-chest-100-letiya-mustaya-karima/ Ләйлә Аралбаева

Өфөлә Мостай Кәрим исемендәге ижади оҫтаханала — башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү үҙәгендә — Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған әҙәби конкурс еңеүселәре бүләкләнде. Республика конкурсы Башҡортостан мәктәптәре уҡыусылары араһында ике номинацияла уҙғарылды: иң шәп шиғри әҫәрҙәр («Башҡортостан беҙҙән башлана») һәм иң шәп проза әҫәрҙәре («Ижади ҡомар»).
Шиғри конкурста беренсе урынды Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан Альмира Ҡаҙаҡбаева яуланы. Икенсе урынды Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатынан Нәркәс Сәфетдинова һәм Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы Башҡорт гимназия-интернатынан Вәсилә Хәкимова бүлеште. Өсөнсө урынды Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан Арыҫлан Ҡотлобаев, Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылынан Нәсимә Нәбиуллина, Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейынан Йәмил Сәйҙәлиев алды.
«Ижад ҡомары» әҙәби конкурсы еңеүселәре – Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһынан Алмас Абдрахманов, Асҡын районы Ҡашҡа ауылынан Алһыу Мәснәүиева, Баймаҡ ҡалаһының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Динә Сәлихова һәм Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан Сөмбөл Йосопова.
Конкурсты ойоштороусылар – Мостай Кәрим исемендәге фонд һәм «Аманат» балалар-үҫмерҙәр журналы редакцияһы.
Конкурстың беренсе этабы еңеүселәре 2019 йылдың февралендә тантаналы шарттарҙа бүләкләнде. Хәҙер икенсе этап еңеүселәрен бүләкләргә сират етте. Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова балалар һәм уларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылар алдында сығыш яһап, йәш ҡатнашыусыларға ижади эштәре, уҡыуҙағы уңыштары, китапты яратыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
«Аманат» журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин да рәхмәт һүҙҙәре әйтте һәм балалар журналының дуҫы, туған телгә, мәҙәниәткә, Тыуған илгә тоғро, әлеге кеүек ижади шәхестәр булып ҡалырға саҡырҙы.
Журналда ижади конкурстар дауам итә, тип белдерҙе ойоштороусылар. Быйыл улар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арнала.
http://www.bashinform.ru/news/1424548-v-ufe-nagradili-pobediteley-literaturnogo-konkursa-v-chest-100-letiya-mustaya-karima/
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в