Беҙҙең Күгәрсен районында китапханалар селтәре уңышлы ғына эшләп килә, үҙ һөнәренең оҫталарын ғына туплаған өлкә ысын мәғәнәһендә йәмғиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө.
Йомағужа моделле китапханаһының баш китапханасыһы Зәйтүнә Рауил ҡыҙы Әбдрәшитова был өлкәлә теүәл 30 йыл эшләй. Ошо ауылында тыуып үҫкән ҡыҙыҡай, урта мәктәпте тамамлағас, ауыл китапханаһында эш башлай, Өфө китапхана техникумында белемен камиллаштырып, ҡулына диплом алғас, мөдир вазифаһына тәғәйенләнә. Аҙаҡ ситтән тороп Силәбе дәүләт мәҙәниәт академияһында уҡый. Зәйтүнә Рауил ҡыҙы беҙҙең район гәзиттәре менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй. Ул – РФ һәм БР журналистар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар, Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби район премиялары лауреаты, «Юмагузино. История в делах и судьбах» китабы, «Башҡорт шәжәрәләре – тарих һәйкәлдәре» , «Улицы расскажут вам», «Земля талантов и традиций» китап –альбомдары, «К тайнам природы», «Мелодии родной земли» ҡулъяҙма йыйынтыҡтар авторы. Төп эшенән тыш Зәйтүнә Рауил ҡыҙы оҙаҡ йылдар депутатлыҡ эшен дә намыҫ менән атҡарҙы, Бөтә Рәсәй иҫәп алыу, һайлау кампанияларында ла әүҙем ҡатнаша, ҡатын-ҡыҙҙар советы, тыуған яҡты өйрәнеүселәр берлеге ағзаһы булып тора, ауыл, урам, шәжәрә байрамдарын ойоштороуға, үткәреүгә ҙур өлөш индерә, мәғлүмәттәр туплауҙа ярҙам итә. 2016 йылда ул «Башҡортостандың иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре» республика конкурсында еңеү яулай, «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» республика конкурсының мәҙәниәт буйынса номинацияһында Рәхмәт хаты, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмөнөң махсус дипломы менән бүләкләнә. Уның хеҙмәт биорафияһын байҡағас, күп яҡлы шәхес икәненә инанаһың. Зәйтүнә Рауил ҡыҙы менән китапхана эшмәкәрлеге тураһында әңгәмә лә ҡорҙоҡ. – Зәйтүнә, китапханасы булып эшләүегеҙгә 30 йыл ваҡыт үтеп киткән. Ни өсөн ошо һөнәрҙе һайланығыҙ? «Китап ене» ҡағылғайнымы?
– Үҙемде белгәндән бирле уҡырға яраттым. Апайым менән миңә әсәйем гел генә балалар матбуғаты яҙҙырҙы, яңы китаптар алып торҙо. Уҡырға төшкәс, мәктәп, ауыл китапханаһына яҙылдым, мәктәп программаһы талап иткән әҙәбиәтте лә, нәфис әҙәбиәтте лә уҡыныҡ. Энциклопедиялар, билдәле рәссамдарҙың репродукциялары тупланған төҫлө альбомдарҙы ҡыҙыҡһынып ҡарай торғайным. Китап – белем шишмәһе тиҙәр бит, китап уҡып ҡына ла төрлө мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы яңы мәғлүмәттәр белергә була. Китапханасы булыу – үҙең белгәнде кешегә еткереү өсөн дә мөмкинлек бирә. Моғайын, һөнәр һайлауыма ошо ла йоғонто яһағандыр. - Китапханасының эше рәхәт – көнө буйы китап уҡып ҡына ултыра... Һеҙҙең фекерегеҙ? – Әлбиттә, китапханасы уҡырға тейеш. Күп уҡырға. Шулай ҙа бөтә көн китап уҡыу менән генә үтмәй. Яңы килгән китаптарҙы, әҙәбиәтте уҡып, анализлап, күргәҙмәләр туплап, уҡыусыларға тәҡдим итеү өсөн исемлек әҙерләп ҡуйыу ҙа эште еңелләштерә. Уҡыусыға нимәлер тәҡдим итерҙән алда беҙ үҙебеҙ ҙә мәғлүмәтле булырға тейешбеҙ бит. Төрлө сараларға сценарий яҙғанда ла белем кимәле йоғонто яһай. Бынан тыш каталог, фонд, сайт, иҫәп документацияһы алып барыу ҙа беҙҙең иңдә, ауылдың, райондың мәҙәни, йәмәғәт тормошонда ла ҡайнайбыҙ, күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт юҡ. – Элегерәк китапханаға йөрөүселәр күберәк ине, хәҙер бик юҡ һымаҡ, был нимәнән килә тип уйлайһығыҙ? – Сөнки бөгөн беҙҙең тормошобоҙға, ҡулланылышҡа интернет кеүек заманса мәғлүмәти технологиялар ныҡлы үтеп ингән. Уға айырыуса йәштәр өҫтөнлөк бирә. Шулай ҙа теге йәки был мәғлүмәт эҙләп китапханаға килеүселәр ҙә байтаҡ. Был күренеш китапхананың белем, мәғлүмәт өлкәһендә тәүсығанаҡ булыуын иҫбатлай. – Даими уҡыусыларығыҙ бармы? Иң йәше, иң олоһона нисә йәш? – Әлбиттә, бар. Иң ололары етмеш йәштән өлкәндәр: Алевтина Шарыгина, Зиннур Юлдашев, Хәмдиә апай Низғоловаға 81 йәш. Улар китап алып ҡына уҡымай, бөтә сараларҙа ла ҡатнаша. Зөһрә Недоспасова, Шәүрә апай Байдәүләтова, Фаил Вәхитов, Нәжиә
Фәрхетдиналар ҙа беҙҙең әүҙем уҡыусыларыбыҙ. Иң йәштәре иһә әле мәктәпкә уҡырға бармаған балалар. Балалар баҡсаһына йөрөгән бәләкәстәрҙе беҙ йыш ҡына китапханаға экскурсияға саҡырабыҙ, үҙебеҙ ҙә улар үткәргән сараларҙа ҡатнашабыҙ. Йәйгеһен олатай-өләсәйҙәренә ял итергә ҡайтҡан балалар ҙа килә. – Халыҡты китапханаға ылыҡтырыр өсөн нимәләр эшләйһегеҙ? – Беҙҙең ауыл китапханаһы – халыҡҡа иркен аралашыу мөмкинлеге биргән берҙән-бер йәмәғәт урыны тиһәк тә арттырыу булмаҫ. Әхирәттәрең менән осрашып, аулаҡта серләшеп алырға ла, рухи ял итергә лә, гәзит-журнал ҡарап ҡына ултырырға ла мөмкин. Иң мөһиме – кеше бында ҡабат әйләнеп килерлек матур, яҡты тәьҫорат алырға тейеш. Халыҡ китапханаға ылығып, килгеһе килеп торһон өсөн сараларҙы ла күңелле, мауыҡтырғыс, зауыҡлы итеп үткәрергә тырышабыҙ. – Мәҫәлән, ниндәй саралар? Ғөмүмән, китапхананың тәрбиәүи әһәмиәте нимәлә тип уйлайһығыҙ? – Төрлө. Аң кимәленә, хис-тойғоларға ғына түгел, йөрәккә үтеп инерлек саралар ҙа әҙерләйбеҙ. Сер түгел, заман уҡыусыһына традицион кисәләр ҡыҙыҡ түгел. Шуға ла виртуаль күргәҙмә, презентация, экспресс-байҡау, белем һәм асыштар сәғәте, тыуған яҡты өйрәнеү, тарих дәрестәре, оҫталыҡ дәрестәре, китапхана-кафе һәм башҡа формаларҙы һайларға ынтылабыҙ. Һәм ошо бөтә сараларҙың да үҙәгендә китапты пропагандалау тора. Китап бит мәғлүмәт биреп кенә ҡалмай, кешенең шәхес булып формалашыуына ла ыңғай йоғонто яһай. Яҡшы китап – ул таҙа һыулы инеш кеүек, кешене матурлыҡҡа әйҙәй, күңелдәрҙе байыта. «Китапхана төнө», «Ғаилә көнө», «Сәй көнө» тип аталған акцияларҙа ла ҙур теләк менән ҡатнашалар. Бындай сараларға беҙ уҡыусылрыбыҙҙы, ғәҙәттә, тотош ғаиләләре менән саҡырабыҙ. Ата-әсәләр балаларға китапҡа яҡшы мөнәсәбәтен күрһәтһә, тәьҫораттары менән уртаҡлашһа, балаларҙы китап уҡырға ылыҡтырыу еңелерәк булыр ине. Ғөмүмән, ниндәй генә саралар үткәрһәк тә, уҡыусыларҙың үҙҙәренә һүҙ биреп, уларҙан һөйләтеп, белемдәре менән уртаҡлашырға саҡырабыҙ. Китапханасылар кешенең (бәләкәйме ул, ҙурмы) фекере менән ҡыҙыҡһына, уны һанлай, баһалай икән, уҡыусы ла үҙен ышаныслы, кәрәкле итеп тоясаҡ. Шуға беҙ ниндәй сара үткәрһәк тә, аудитория менән эшләүгә, аралашыуға ҡорорға тырышабыҙ. Йомағужаның ике мәктәбе менән дә, мәҙәниәт йорто, балалар сәнғәт мәктәбе, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы, ауыл хакимиәте менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Музей советы ағзаһы булараҡ та байтаҡ эштәр эшләнә, төрлө мәғлүмәттәр туплап, уларҙы тәртипкә килтерергә ярҙам итәм, сценарийҙар яҙам. – Ә яңы китаптар даими килеп торамы? – Һуңғы ун йылда күпкә кәмене, шулай ҙа әҙ булһа ла, булып тора. Рус һәм башҡорт телендә сыҡҡан нәфис әҙәбиәт алабыҙ, башҡорт телендә сыҡҡан китаптарҙы күберәк һорайҙар. Телебеҙгә иғтибар, ихтирам тип әйтер инем уны. «Китапханаға китап бүләк ит» акцияһы ла даими үткәрелә, бөгөнгә егерменән ашыу уҡыусыбыҙ беҙгә үҙҙәренең шәхси китапханаһынан нәфис әҙәбиәт бүләк итте. – Халыҡтың рухи талаптарына ярарлыҡ, зауығына тура килерлек китаптар бармы? Ҡайһы авторҙарҙы яратып уҡыйҙар? – Рус классиктары, сит ил әҙәбиәтен яратып уҡыйҙар, Олег Рой, Дарья Донцова, Александра Маринина, Сергей Зверев әҫәрҙәрен йыш һорайҙар. Башҡорт яҙыусыларынан Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Ноғман Мусин, Таңсулпан Ғарипованың китаптарына өҫтөнлөк бирәләр. Милли матбуғаттан «Ағиҙел», «Шоңҡар», «Тамаша», «Башҡортостан ҡыҙы» журналдарын яратып уҡыйҙар. – Китапханасы ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? – Беҙҙең эштә үҙ эшеңдең оҫтаһы булыр өсөн китап яратыу ғына әҙ. Уҡыусыларҙы яратырға, белем даирәһен киңәйтергә, төрлө өлкәлә белемеңде камиллаштырырға, шул мәғлүмәттәрҙе эшеңдә лә файҙалана белергә кәрәк. Шәхсән миңә ижади ҡомар ярҙам итә, тиер инем. Бер сумһаң, айырылып сығырлыҡ түгел бит ул китап иле. Китапханасы – ул китаптар донъяһында режиссер ҙа, дизайнер ҙа, рәссам да, психолог та, экскурсовод та. Мин дә шул йүнәлештән тайпылмаҫҡа тырышам. Был һөнәр минең күңелемә ныҡ яҡын. – Һеҙҙең үҙегеҙҙең һуңғы уҡыған китабығыҙ? – Афзал Таһировтың «Ҡыҙылгвардеецтар», «Ҡыҙылармеецтар»ы. – Ауыр ғына әҫәр, әйтергә кәрәк. Теләктәрегеҙ?
– Китапхана – оло хазинаға тиң. Китап менән дуҫ булырға саҡырам. Белем генә эстәү өсөн түгел, шәхес булараҡ та, рухи яҡтан да үҫер өсөн кеше уҡырға тейеш. – Ҙур рәхмәт! Китаптарға саң ҡундырмаҫ уҡыусыларығыҙ күберәк булһын! Айгөл АЙЫТҠОЛОВА әңгәмәләште