-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2020, 12:10

Республикала 75 мәктәпкә Советтар Союзы Геройҙарының исемдәре бирелә

Республиканың 75 мәктәбенә Советтар Союзы Геройҙарының исемдәре бирелә. Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, саралар «Ғорурланабыҙ! Хәтерләйбеҙ! Хөрмәт итәбеҙ!» йәштәр-илһөйәрлек акцияһы барашында уҙғарыла. «Был идеяны Артур Әхмәтханов тәҡдим иткәйне. Беҙ уны хөрмәтләп иҫкә алып, акцияны тормошҡа ашырырбыҙ», — тине йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов коллегияның киңәйтелгән ултырышында. Бынан тыш, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнгән йылда 8 майға фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙға һәйкәл асыу күҙаллана. 9 майҙа Өфөлә тантаналы парад, «Үлемһеҙ полк» акцияһы, «Ватан» этнопаркында концерт һәм байрам салюты була. http://www.bashinform.ru/news/1421373-v-bashkirii-75-shkolam-prisvoyat-imena-geroev-sovetskogo-soyuza/ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Теги: мәктәптәр, Советтар Союзы Геройы

Республиканың 75 мәктәбенә Советтар Союзы Геройҙарының исемдәре бирелә. Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, саралар «Ғорурланабыҙ! Хәтерләйбеҙ! Хөрмәт итәбеҙ!» йәштәр-илһөйәрлек акцияһы барашында уҙғарыла.
«Был идеяны Артур Әхмәтханов тәҡдим иткәйне. Беҙ уны хөрмәтләп иҫкә алып, акцияны тормошҡа ашырырбыҙ», — тине йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов коллегияның киңәйтелгән ултырышында.
Бынан тыш, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнгән йылда 8 майға фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙға һәйкәл асыу күҙаллана. 9 майҙа Өфөлә тантаналы парад, «Үлемһеҙ полк» акцияһы, «Ватан» этнопаркында концерт һәм байрам салюты була.
http://www.bashinform.ru/news/1421373-v-bashkirii-75-shkolam-prisvoyat-imena-geroev-sovetskogo-soyuza/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: мәктәптәр, Советтар Союзы Геройы
Читайте нас в