-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2020, 11:25

Башҡортостандың 15 тораҡ пункты «Айыҡ ауыл» конкурсының финалына сыға

Республиканың 15 тораҡ пункты «Айыҡ ауыл» конкурсының финалына сыға. Еңеүсе интернетта тауыш биреү юлы менән билдәләнә. 1 марттан 10-ынан тиклем сайтта тауыш бирергә мөмкин. Еңеүсене 19 мартта бүләкләйҙәр. Өс көн дауамында эксперт комиссияһы «Айыҡ ауыл» конкурсы республика этабының 47 ҡатнашыусыһын тыңланы. Ҡатнашыусылар конкурс барышындағы эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы. Ҡайһы бер ауылдарҙың календарь, буклет рәүешендә эскелеккә ҡаршы көрәш темаһына өҫтәмә материалдары ла бар. Дәүләкән районының Иҫке Көрмәнкәй ауылынан «Йәшлек» фольклор ансамбле — инәйҙәр «Айыҡ ауыл» конкурсына арналған таҡмаҡтарын йырланы.«Һәр ауылдың айыҡлыҡҡа үҙ юлы. Туймазы районы Ғәфүр ауылында был юл аяныслы хәлдән башланған. Былтыр эскелек менән мауыҡҡан ир менән ҡатынды ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм иткәндәр. Ике баланы приютҡа оҙатҡандар. Һуңынан ауыл халҡы эсергә яратҡан был ата-әсә менән етди һөйләшкән, аңлатыу эше алып барған. Аҙаҡтан балаларҙы приюттан кире ғаиләгә ҡайтарғандар. Әле балалар атаһы һәм әсәһе менән, ә Ғәфүрҙә айыҡ тормош өсөн аяуһыҙ көрәш бара. Спиртлы эсемлектәр һатылған 4 кибеттең икәүһен ябыуға өлгәшкәндәр», — тип һөйләне Башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат секретары Минзиә Каспранова. Нуриман районы Иҫтерек ауылында ла магазиндарҙа алкоголь һатылмай. Быға сауҙа нөктәләре янында ойошторолған пикеттар булышлыҡ иткән. Уҡыусылар һәм йәштәр бер нисә тапҡыр эскелеккә ҡаршы плакаттар тотоп сыҡҡан. Белорет районы Ботай ауылы – проектта иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе. Бында халыҡ пенсия таратҡан ваҡытта спиртлы эсемлектәрҙе йәшерен һатыуға ҡаршы сығыш яһаған. Ҡариҙел районы Хәлил ауылында хаҡлы ялдағы Хәлиҙә Мөбәрәкова үҙ янына спорт гимнастикаһы менән шөғөлләнергә теләгәндәрҙе йыйған. Конкурс барышында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған 20 сара үткәрелгән. Презентация яҡлау йомғаҡтары буйынса эксперт комиссияһы 15 финалсыны билдәләй. Әлеге ваҡытта баһаларҙы иҫәпләү бара, презентация материалдары өйрәнелә. http://www.bashinform.ru/news/1419292-15-naselennykh-punktov-bashkortostana-vyydut-v-final-konkursa-trezvoe-selo/ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Республиканың 15 тораҡ пункты «Айыҡ ауыл» конкурсының финалына сыға. Еңеүсе интернетта тауыш биреү юлы менән билдәләнә. 1 марттан 10-ынан тиклем сайтта тауыш бирергә мөмкин. Еңеүсене 19 мартта бүләкләйҙәр.
Өс көн дауамында эксперт комиссияһы «Айыҡ ауыл» конкурсы республика этабының 47 ҡатнашыусыһын тыңланы. Ҡатнашыусылар конкурс барышындағы эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы. Ҡайһы бер ауылдарҙың календарь, буклет рәүешендә эскелеккә ҡаршы көрәш темаһына өҫтәмә материалдары ла бар. Дәүләкән районының Иҫке Көрмәнкәй ауылынан «Йәшлек» фольклор ансамбле — инәйҙәр «Айыҡ ауыл» конкурсына арналған таҡмаҡтарын йырланы.
«Һәр ауылдың айыҡлыҡҡа үҙ юлы. Туймазы районы Ғәфүр ауылында был юл аяныслы хәлдән башланған. Былтыр эскелек менән мауыҡҡан ир менән ҡатынды ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм иткәндәр. Ике баланы приютҡа оҙатҡандар. Һуңынан ауыл халҡы эсергә яратҡан был ата-әсә менән етди һөйләшкән, аңлатыу эше алып барған. Аҙаҡтан балаларҙы приюттан кире ғаиләгә ҡайтарғандар. Әле балалар атаһы һәм әсәһе менән, ә Ғәфүрҙә айыҡ тормош өсөн аяуһыҙ көрәш бара. Спиртлы эсемлектәр һатылған 4 кибеттең икәүһен ябыуға өлгәшкәндәр», — тип һөйләне Башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат секретары Минзиә Каспранова.
Нуриман районы Иҫтерек ауылында ла магазиндарҙа алкоголь һатылмай. Быға сауҙа нөктәләре янында ойошторолған пикеттар булышлыҡ иткән. Уҡыусылар һәм йәштәр бер нисә тапҡыр эскелеккә ҡаршы плакаттар тотоп сыҡҡан.
Белорет районы Ботай ауылы – проектта иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе. Бында халыҡ пенсия таратҡан ваҡытта спиртлы эсемлектәрҙе йәшерен һатыуға ҡаршы сығыш яһаған.
Ҡариҙел районы Хәлил ауылында хаҡлы ялдағы Хәлиҙә Мөбәрәкова үҙ янына спорт гимнастикаһы менән шөғөлләнергә теләгәндәрҙе йыйған. Конкурс барышында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған 20 сара үткәрелгән.
Презентация яҡлау йомғаҡтары буйынса эксперт комиссияһы 15 финалсыны билдәләй. Әлеге ваҡытта баһаларҙы иҫәпләү бара, презентация материалдары өйрәнелә.
http://www.bashinform.ru/news/1419292-15-naselennykh-punktov-bashkortostana-vyydut-v-final-konkursa-trezvoe-selo/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в