+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2020, 16:50

Моңдо юлдаш итеп

Сибай педагогия колледжының IV курс студенты Айназ Ырыҫҡужин 2019–2020 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы Башлығының стипендияһына лайыҡ булды. Музыка бүлегендә белем алған егет юғары матди наградаға яҡшы өлгәшкәне, фәнни-ғәмәли эшмәкәрлек менән шөғөлләнгәне өсөн лайыҡ булған. Айназдың игеҙәге – һыңары Алмаз да ошо уҡыу йортонда музыкант һөнәрен үҙләштерә. Алмаз – фортепианола, Айназ – баянда уйнай. Егеттәрҙең икеһенең дә тауыштары моңло. Колледжда бер генә мәҙәни сарала улар ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Егеттәр алты йәштәренән Балалар музыка мәктәбендә Әлфиә Балхина етәкләгән «Йондоҙ» өлгөлө вокал студияһында шөғөлләнә. Ырыҫҡужиндар «Ирәндек моңдары» башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара, «Дорогами успеха в Крыму» халыҡ-ара йыр конкурстары дипломанттары ғына түгел, Болгарияла үткән «Розы Болгарии» халыҡ-ара конкурста I дәрәжәле лауреаттар булып та танылған. Егеттәр икеһе лә спорт менән шөғөлләнә, ҡала кимәлендә үткәрелгән мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай. Әсәләре Нурзия Фәрит ҡыҙы Ырыҫҡужинаның өмөттәрен аҡлап, ысын ит-егет булып үҫкәндәр. Күҙ терәп торған ҡәҙерле кешеләре уҡытыусы булғас, әйткәндәй, ул Сибай ҡалаһының 9-сы лицейында башланғыс кластарҙа уҡыта, шулай уҡ лицейҙың филиалы булған Арҡайым башланғыс мәктәбе-балалар баҡсаһы мөдире вазифаһын да башҡара. Иҫ белгәндән әсәләренә оҡшарға теләгәнгәме, педагогия колледжында белем алыуҙы хуп күрәләр улдары. Аталары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик йәшләй яҡты донъяларҙан китә. Айназ менән Алмазға артабан да уңыштар теләп ҡалайыҡ. Гөлдәр ҠАДАЕВА, Сибай ҡалаһы.

Сибай педагогия колледжының IV курс студенты Айназ Ырыҫҡужин 2019–2020 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы Башлығының стипендияһына лайыҡ булды. Музыка бүлегендә белем алған егет юғары матди наградаға яҡшы өлгәшкәне, фәнни-ғәмәли эшмәкәрлек менән шөғөлләнгәне өсөн лайыҡ булған.
Айназдың игеҙәге – һыңары Алмаз да ошо уҡыу йортонда музыкант һөнәрен үҙләштерә. Алмаз – фортепианола, Айназ – баянда уйнай. Егеттәрҙең икеһенең дә тауыштары моңло. Колледжда бер генә мәҙәни сарала улар ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Егеттәр алты йәштәренән Балалар музыка мәктәбендә Әлфиә Балхина етәкләгән «Йондоҙ» өлгөлө вокал студияһында шөғөлләнә.
Ырыҫҡужиндар «Ирәндек моңдары» башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара, «Дорогами успеха в Крыму» халыҡ-ара йыр конкурстары дипломанттары ғына түгел, Болгарияла үткән «Розы Болгарии» халыҡ-ара конкурста I дәрәжәле лауреаттар булып та танылған.
Егеттәр икеһе лә спорт менән шөғөлләнә, ҡала кимәлендә үткәрелгән мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай. Әсәләре Нурзия Фәрит ҡыҙы Ырыҫҡужинаның өмөттәрен аҡлап, ысын ит-егет булып үҫкәндәр. Күҙ терәп торған ҡәҙерле кешеләре уҡытыусы булғас, әйткәндәй, ул Сибай ҡалаһының 9-сы лицейында башланғыс кластарҙа уҡыта, шулай уҡ лицейҙың филиалы булған Арҡайым башланғыс мәктәбе-балалар баҡсаһы мөдире вазифаһын да башҡара. Иҫ белгәндән әсәләренә оҡшарға теләгәнгәме, педагогия колледжында белем алыуҙы хуп күрәләр улдары. Аталары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик йәшләй яҡты донъяларҙан китә.
Айназ менән Алмазға артабан да уңыштар теләп ҡалайыҡ.
Гөлдәр ҠАДАЕВА,
Сибай ҡалаһы.
Читайте нас: