26 февралдә Өфө «Арт-клуб»ында эшләп килгән башҡорт теле клубында рәссам Рәсих Әхмәтвәлиев менән осрашыу була.
Был хаҡта Арт-клуб етәксеһе Айгөл Рәшитова хәбәр итте.
Рәсих Әхмәтвәлиев сәнғәт, ижад һәм яҙмыш тураһында һөйләргә ниәтләй.
Инеү ирекле. Киске сәғәт 7-лә башлана.
Әхмәтвәлиев Рәсих Хәсип улы 1956 йылдың 27 декабрендә БАССР-ҙың Шишмә районы Бикәй ауылында тыуған.
Мәктәптән һуң Өфө музыка-педагогия училищеһының художество-графика факультетында уҡыған. Училищены тамамлағас, 1976 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға ингән.
«Инйәр» ижади төркөмө ағзаһы (1989 — 1993), 1992 йылдан — Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы, 1990 йылдан «Сыңғыҙхан» ижади берекмәһе ағзаһы.1991 йылда Америка Ҡушма Штаттарында эшләгән.
2002 -2008 йылда Францияла йәшәгән (Онфлер,Париж ҡалаларында), ул унда Bartoux галереяһы, 2009 йылдан Visio dell’Arte, Paris галереяһы менән хеҙмәттәшлек иткән. Францияла «Көҙгө салон», Карузель Де-Лувр күргәҙмәләрендә ҡатнашҡан, Париж, Онфлёр, Сан-Поль Ванс, Межев, Куршавель ҡалаларында Роберт Барто галереяларында даими экспозициялар ойошторған.
Кубист техникаһында эшләй, үҙ эштәренең стилен фигуратив сәнғәт тип иҫәпләй. Уның рәсемдәренең төп темаһы — ҡатын-ҡыҙ матурлығы, ҡыйыу һыбайлы образы.
Рәссамдың картиналары Третьяков галереяһында, М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Тулуз Лотрек музейында (Париж, Франция) һәм башҡа галереяларҙа һаҡлана.
http://www.bashinform.ru/news/1418220-v-ufimskom-art-klube-sostoitsya-vstrecha-s-khudozhnikom-rasikhom-akhmetvalievym/