+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2020, 10:27

Ғашиҡтар көнөндә Башҡортостанда 190 пар өйләнешкән

Башҡортостанда 14 февралдә, Ғашиҡтар көнөндә, 191 пар өйләнешкән, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.
Өфөнөң ЗАГС бүлектәрендә 82 никах теркәлгән. Киров районы баш ҡала райондары араһында никахлашыусылар һаны буйынса беренсе урында тора. Был көндә 19 пар сәстәрен сәскә бәйләгән.
Республика буйынса Октябрьский ҡалаһы алдынғылыҡта – 10 пар.
Былтыр 14 февралдә 108 никах теркәлгән.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
http://www.bashinform.ru/news/1415168-v-bashkirii-v-den-vlyublennykh-pozhenilis-190-par/
Читайте нас: