+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2020, 11:48

Мәскәүҙә «Ете ҡыҙ» күргәҙмәһе ғәскәровсыларҙың легендар бейеүе менән асылды

Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә «Ете ҡыҙ» картиналар күргәҙмәһе асылды. Республиканың 100 йыллығын байрам итеү ошондай сағыу сара менән тамамлана.
«Ете ҡыҙ» — ете рәссамдың эштәрен берләштергән ижади проект. Уларҙың һәр береһе ҡурҡыу белмәҫ ете ҡыҙ тураһында халыҡ легендаһын үҙенсә һүрәтләгән. Проект авторы – Башҡортостан Республикаһы башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова. Ул дөйөм концепцияны әҙерләгән һәм эштәрҙе һайлап алған.
«Ете ҡыҙ» Башҡортостан Республикаһы вәкиллегенең Концерт залында даими экспозиция булырға тейеш. 11 февралдә күргәҙмәне асыу тантанаһында Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Мәскәү Хөкүмәте, ижади интеллигенция һәм «Башҡортостан яҡташлығы» ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Алһыу, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм Мәскәү ҡалаһы Башҡорт мәҙәни үҙәгенең ижади коллективтары сығыш яһаны.
http://www.bashinform.ru/news/1412299-vystavku-sem-devushek-v-moskve-otkroet-legendarnyy-tanets-gaskarovtsev/
Читайте нас: