-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2020, 10:58

«Зөләйха»ның яңы гастролдәре: Башҡорт драма театры Пермгә гастролдәргә юллана

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Пермгә гастролдәргә юллана.
«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле (Гүзәл Яхинаның шул уҡ исемле романы буйынса Ярослава Пулинович инсценировкаһы) 7 һәм 8 февралдә Пермь академия драма театры сәхнәһендә күрһәтелә.
Төп ролдәрҙә – Илгизә Ғилманова һәм Азат Вәлитов. Спектакль рус теленә синхрон тәржемә ителә.
Гастролдәр «Урал батыр уты» төбәк-ара этник башҡорт мәҙәниәте марафоны барышында ойошторола.
http://www.bashinform.ru/news/1409573-novye-gastroli-zuleykhi-bashkirskiy-dramteatr-edet-na-gastroli-v-perm/
Читайте нас в