Мәскәүҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының гастролдәре ҙур уңыш менән тамамланды.
1 февралдә Мәскәүҙең «Модерн» драма театрында «Башҡорт туйы» спектакле аншлаг менән үтте. Тамашасылар башҡорт драматургияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Мөхәмәтша Буранғолов әҫәренең төп геройҙары Юлдыбай менән Гөлзифаның мөхәббәте тураһында романтик драманы йылы ҡабул итте.
2 февралдә баш ҡала тамашасыһына Мостай Кәримдең повесы буйынса Бөйөк Ватан һуғышы осоронда башҡорт ауылына килеп эләккән Оксана исемле украин ҡыҙы тураһында «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектакле күрһәтелде.
«Милли йәштәр театрының гастролдәре «Урал батыр уттары» асыҡ төбәк-ара марафон барышында уҙҙы һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең йөҙ йыллыҡ юбилейына арналды. Зал туп-тулы ине, тамашасылар бик ҡәнәғәт ҡалды, актерҙар – афарин», — тип хәбәр итте театр директоры Рәфис Мөхәмәтйәнов.